

Күргәҙмә сиктәрендә “Рәсәйҙең иң яҡшы икмәге – 2023” конкурсы ла үтте. Был конкурста Стәрлетамаҡтан “Стерх” икмәк бешереү комбинаты “Пасха икмәге” (кулич) продукцияһы менән махсус кубокка һәм 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Бынан тыш, комбинат Өфөлә агросәнәғәт форумы сиктәрендә ойошторолған “Иң яҡшы аҙыҡ-түлек – 2023” конкурсында ла һынатманы һәм “Тәмле фантазия” менән “Һөтлө бриз” торттары 1-се урынға лайыҡлы тип билдәләнде!
Р. ӘРМЕТОВ.