

Ошо йәһәттән үҙе лә хәрби операцияла ҡатнашҡан Илгиз Солтанморатов “Ватан” махсус отрядын төҙөү тураһында белдерҙе. Унда башлыса хәрби тәжрибәһе булған ир-егеттәрҙе саҡыралар.
Әйткәндәй, батальондарға яҙылыу өсөн тәүге көндәрҙә тиҫтәләгән ир-егет мөрәжәғәт иткән дә инде. Улар – башлыса ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла уңышлы рәүештә хәрби задание үтәүсе Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарға эләкмәүселәр.
Батальондарға Стәрлетамаҡта ла яҙылып була – уның өсөн хәрби комиссариаттағы штабҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Белешмә өсөн телефон: 8-917-462-89-17.