Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Апрель 2023, 06:13

Владимир Путин 2024 йылда Бөтә донъя йәштәр фестивален уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

2024 йылдың февраль-мартында Рәсәйҙә Бөтә донъя йәштәр фестивале ойошторола. Шаршамбы президент Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин 2024 йылда Бөтә донъя йәштәр фестивален уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин 2024 йылда Бөтә донъя йәштәр фестивален уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин 2024 йылда Бөтә донъя йәштәр фестивален уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Хөкүмәткә өс ай эсендә сараға әҙерләнеү, шулай уҡ финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде. Уларға киң мәғлүмәт сараларында фестивалде яҡтыртыуҙа ла ярҙам күрһәтергә кәрәк.

Документта шулай уҡ сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Уны Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко етәкләй.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас