Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Апреля 2023, 05:02

Башҡортостан Башлығы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеген үҙ контроленә алды

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендә бурыстарҙы бүлеүгә үҙгәрештәр индергән бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеген үҙ контроленә алдыБашҡортостан Башлығы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеген үҙ контроленә алды
Башҡортостан Башлығы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеген үҙ контроленә алды

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Башлығы республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеген үҙ контроленә алды. Бынан алда был бурысты хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов башҡарҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Азат Бадранов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бынан алдараҡ «Башинформ» беренсе вице-премьерҙың Өфөгә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ул үҙенең Украинала махсус хәрби операция зонаһындағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас