Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Апреля 2023, 12:30

Башҡортостан Башлығы «Яңы кешеләр» партияһы рәйесе Алексей Нечаев менән осрашты

7 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең «Яңы кешеләр» сәйәси партияһы рәйесе Алексей Нечаев һәм партияның Думалағы фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Сардана Авксентьева менән осрашты. Көн тәртибендә — һайлау кампанияһына әҙерлек һәм республика менән үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу.

Башҡортостан Башлығы «Яңы кешеләр» партияһы рәйесе Алексей Нечаев менән осраштыБашҡортостан Башлығы «Яңы кешеләр» партияһы рәйесе Алексей Нечаев менән осрашты
Башҡортостан Башлығы «Яңы кешеләр» партияһы рәйесе Алексей Нечаев менән осрашты

«2023 йылда беҙҙә — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына, ә урындағы кимәлдә 800-гә яҡын ауыл советына һайлау була. 2024 йылда Рәсәй Президентын һәм республика Башлығын һайлайҙар, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Башҡортостанға сәфәрегеҙ партияның төбәк бүлексәһенә иғтибарын һайлаусылар менән эшләүгә, мөһим программа проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтергә мөмкинлек бирер тип ышанам».

Алексей Нечаев һүҙҙәренсә, партия составында Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен һәм республика етәкселегенең яңы башланғыстарға иғтибарын юғары баһалаған эшҡыуарҙар күп.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас