Ашҡаҙар
+22 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Апрель 2023, 06:00

Рөстәм Нәбиев – Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Владимир Путин Башҡортостандың параспортсыһы Рөстәм Нәбиевты Йәмәғәт палатаһының яңы составына индерҙе. Владимир Путин президент квотаһы буйынса илдең Йәмәғәт палатаһының 40 ағзаһын раҫланы. Дәүләт башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Рөстәм Нәбиев – Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһыРөстәм Нәбиев – Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Рөстәм Нәбиев – Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы составының вәкәләт ваҡыты –  өс йыл, 168 ағза иҫәпләнә (40-ы – президент квотаһы буйынса, 85-е – төбәктәрҙең йәмәғәт палаталарынан, 43-ө – Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берекмәләренән).

Яңыраҡ билдәле блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгәйне.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас