Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан Содовиктар паркында асыҡ һауала уҙғарылған "Йәшәүгә 10 000 аҙым" Бөтә Рәсәй акцияһында "Бергә атлайбыҙ" сәләмәтлек төркөмө, 2-се дауахананың баш табибы Эльвира Рәшит ҡыҙы Ғилуанова етәкселегендәге медицина хеҙмәткәрҙәре һәм төрлө йәштәге үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртыусы 300-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Күп халыҡ ҡатнашлығындағы старт алдынан унда ҡатнашыусылар тән яҙыу күнегеүҙәре эшләне, ошо сара өсөн йыһазландырылған медицина майҙансығында һәр кемдең ҡан баҫымы, сатурация кимәле үлсәнде. Шулай уҡ сәләмәт тормош алып барыу мәсьәләләре буйынса табип менән кәңәшләшеү мөмкинселеге булды.
"Йәшәүгә 10 000 аҙым" акцияһы алты йыл элек башлана һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының көн һайын 6 меңдән 10 меңгә тиклем аҙым үтергә тигән тәҡдименә нигеҙләнә.
Р.САФИНА.