Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Апрель 2023, 05:41

Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар бүләкләнде

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров гранатомётсы Илдар Ғилметдиновты, старшина Илнур Нурғәлиевты, психологик эштәр төркөмө офицеры Леонид Сайтаевты, водитель Виталий Поштаруҙы, взвод командиры урынбаҫары Салауат Фәтхиевты БР-ҙың Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар бүләкләндеБашҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар бүләкләнде
Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар бүләкләнде

«Был егеттәрҙе, уларҙың ниндәй ҡыйыу икәнен беләбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа Ватанға хеҙмәт итәбеҙ», – тип билдәләне Хәмзә хәҙрәт.

Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм дин әһелдәренә еңел булмаған эштәре һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәләл ефеттәренә түҙемлектәре өсөн рәхмәт әйтеп, сәскә гөлләмәһе бүләк итте.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас