Ҡалаға ниндәй белгестәр кәрәк?
Билдәле булыуынса, Павел Николаевич йәмәғәтселек институттары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, милләт-ара һәм конфессиональ мәсьәләләр, йәштәр һәм кадрҙар сәйәсәте, киң-мәғлүмәт саралары, патриотик йүнәлеш, ветерандарҙың йәмәғәтселек ойошмалары, мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләре, мәшғүллек һәм социаль ярҙам үҙәктәре өсөн яуап бирә.
Йәш кадрҙар өсөн ҡалабыҙҙа ниндәй ярҙам саралары ҡаралған? Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Мәшғүллек үҙәгендә хәлдәр нисегерәк тора һәм ҡалала ниндәй һөнәргә ҡытлыҡ бар? Ҡалабыҙҙа йәштәр ситкә китмәһен өсөн ниндәй саралар күрелә? Журналистарҙың ошо һорауҙарына ентекле итеп яуап бирҙе Павел Николаевич. Шуларҙың иғтибарға лайыҡтарын беҙҙең баҫманы уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.
– Республика муниципалитеттары араһында мәшғүллек буйынса беҙҙең ҡала биш лидерҙың береһе иҫәбендә. Ҡалала 135 мең кеше иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләй. Эшһеҙлек коэффициентының түбән төшөүе – “Алға” зонаһында яңы эш урындары булдырыуға бәйле. Шулай уҡ “Авангард” заводы ла икенсе “һулыш” кисерә. Шәхси производстволарҙа ла байтаҡ эш урындары барлыҡҡа килә, – тип һөйләп китте ул, мәҫәлән, мәшғүллек буйынса һорауға яуап биреп.
Уның һүҙҙәренсә, мәшғүллек үҙәге базаһында 4600 вакансия асыҡ. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса эшһеҙлек кимәле – 0,6 процент тәшкил иткән, был бик түбән күрһәткес. Хеҙмәт баҙарында аппаратсылар, табиптар, уҡытыусылар, трактористар, токарҙәр, слесарҙәр, станоктарға операторҙар кәрәк. Эш хаҡтары тармаҡҡа бәйле төрлөсә: аппаратсылар 27 йәки 40 мең һум алырға мөмкин. Табиптарҙың эш хаҡтары 60 мең һумға барып баҫа. Станок операторҙары 35 мең һумдан 55 мең һумға тиклем алалар. Электромонтерҙар 23 меңдән 50 меңғә тиклем эш хаҡы алһа, водителдәр 24 мең һумға эшләп йөрөй.
“Ситкә уҡырға киткән йәштәр кире ҡалаға ҡайтамы тигән?” һорау ҙа урынлы булды. Йыл һайын ҡала мәктәптәренән 1200 самаһы уҡыусы абитуриент була, шуларҙың 35 проценты башҡа төбәктәрҙә уҡый. Әгәр 2019 йылда республиканан 442 абитуриент, 2020 йылда – 460, 2021 йылда – 511 киткән булһа, 2022 йылда 394 кеше сит тарафтарға уҡырға киткән булып сыға. Буласаҡ профессионалдар кире ҡайтһын өсөн шундай финанс сараларының береһе – уларға фатир биреү. Ә 2017 йылдан алып уҡытыусылар өсөн дә иғтибарға лайыҡ программалар ҡабул ителгән, әйтәйек, уларҙың эш хаҡтарына өс йыл буйына коэффицмент өҫтәлә, мәғариф учреждениеларына урынлашҡанда бер тапҡыр 4 оклад күләме түләнә. Шуға оҡшаған программаларҙы табиптарға ҡарата ла ҡулланырға уйлайҙар.
Йәштәрҙе ватансылыҡ берләштерә
Бынан тыш йәштәрҙе ылыҡтырыуҙың төрлө сараларын уйлап табалар. Шундайҙар иҫәбенә Ҡала көнөн, Еңеү көнөн, күмәкләп велосипедта йөрөү сараларын индерергә мөмкин. Ә инде йәштәр өсөн Йәштәр йорто, коворкинг булдырыу, ижад майҙандары, урам биләмәләре төҙөү киләсәктә планлаштырыла. Ҡалабыҙҙа оҙаҡ йылдар Рәфил Заһритдинов етәкселегендә “Обелиск” эҙәрмәндәр эше алып барыла ине, хәҙер етәксе Татарстанға күсеү сәбәпле, оҡшаш Даян Мурзин исемендәге “Ҡара генерал” тигән отряд барлыҡҡа килгән, Отрядты Артур Рәжәпов етәкләй һәм был эш дауам итә. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән Псков өлкәһенең Невель районы араһында эҙәрмәндәр хәрәкәте буйынса килешеү проекты әҙер. Фәҡәт ошо биләмәлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең 170-се уҡсылар дивизияһы ҡатнашлығында ҡаты һуғыштар барғанлығы билдәле.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам
Шулай уҡ матбуғат конференцияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләләренә ярҙам итеү маҡсатынан асылған Үҙәк тураһында ла һүҙ барҙы. Бында йөҙгә яҡын кеше мөрәжәғәт итеп өлгөргән, улар пособиелар, льготалар, түләүҙәр, документтарҙы тултырыу буйынса юридик хеҙмәттәр буйынса ярҙам ала. Шул уҡ ваҡытта гуманитар ярҙам тәҡдим итеп килеүселәр ҙә байтаҡ икән. Был Үҙәктең Хоҙайбирҙин урамы, 122-се йортта урынлашыуын тағы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(929)-75-74-892.
– Киң мәғлүмәт саралары журналистарының дөрөҫ мәғлүмәтле фекерҙәренең ваҡытында халыҡҡа барып етеүе – ҡала үҫешенә булышлыҡ итә, шуға күрә матбуғат конференцияларын йышыраҡ үткәреп торорға кәрәк, мәғлүмәт һәм мөһим фекер халыҡҡа ваҡытында барып етергә тейеш, – тип тә өҫтәне сара аҙағында Павел Шорохов.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.