Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Апрель 2023, 05:15

Һулар һауабыҙ контролдә тотола

Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары «Таҙа һауа» федераль проектына индерелде.

12 апрелдә Өфөлә Экологик форум майҙансығында Рәсәй Тәбиғәт министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, республика хөкүмәте һәм предприятиелары вәкилдәре һауаны бысратыусы матдәләрҙе кәметеү буйынса бөтә саралар билдәләнгән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уларҙың  үтәлеше етди контролдә тотоласаҡ.

Экологик форум алдынан Рәсәй тәбиғәт министрлығының  «Таҙа һауа» федераль проекты офисы вәкилдәре Башҡортостандың иң эре предприятиелары буйлап йөрөп  сыҡты.

Проект офисы етәкселәре Максим Корольков, мониторинг һәм проект офисы контроле бүлеге  проекты етәксеһе Вячеслав Гусев, Бөтә Рәсәй ғилми тикшеренеү институтының экологик моделләштереү, прогнозлау һәм баһалау «Экология» ғилми методик үҙәге етәксеһе Михаил Оводков, республиканың Экология министрлығы етәкселеге һәм  йәмәғәтселәр менән бергәләп, төбәктәге иң эре предприятиеларҙа булдылар.  Улар «Газпром нефтехим Салауат» ЯСЙ һәм  Башҡорт сода компанияһында булып, тәү сиратта, атмосфераға бүлеп сығарылған ташландыҡтарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән экологик проекттарҙың тормошҡа ашырылыу барышы менән ентекле танышып сыҡты.

Федераль  эксперттарҙың  визитының маҡсаты булып республиканың тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһаусы күп һанлы производстволар тупланған көньяҡ сәнәғәт узелында һауаның бысраныуына бәйле хәлде анализлау кәрәклеге торҙо. Максим Корольковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул һәм уның коллегалары бирелгән документация буйынса хәлде өйрәнгән, шунан һуң ҡалдыҡтарҙы кәметеү мәсьәләһе нисек хәл ителгән, был тәңгәлдә нимәләр эшләнә, ниндәй пландарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк – шуларҙы урында ҡарарға булғандар.

Эш сәфәре «Газпром нефтехим Салауат» компанияһына  визиттан башланды.

 Эксперттар  булған беренсе объект –  предприятиеның әле реконструкция барған таҙартыу ҡоролмалары. Ул бер нисә  этапта бойомға ашырыла. Техник  ҡарарҙарҙың  береһе бөтә асыҡ һыйҙырышлы ҡоролмаларҙы ҡаплауҙы күҙ уңында тота, был атмосфераға бысратыусы матдәләр сығарыуҙы шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Проекттың үҙенсәлеге һәм ҡатмарлылығы шунда, реконструкция объекттарҙы  туҡтатмайынса  уҙғарыла. Таҙартыу  ҡоролмалары өҙлөкһөҙ эшләй, шул уҡ ваҡытта улар Салауат, Ишембай ҡалаларының  бөтә  сәнәғәт предприятиеларының, һәм шулай уҡ, Салауатта йәшәүселәрҙең  көнкүреш  ағынды  һыуҙарын таҙарта.

Артабанғы сәфәр пункты – нефть эшкәртеү заводының 10-сы  цехы  резервуар паркы, унда ҡунаҡтарға атмосфера һауаһына углеводородтар сығарыуҙы кәметеү өсөн   резервуар парктарҙы модернизациялау программаһы тураһында һөйләнеләр. 2016-2020 йылдар эсендә 16 яңы резервуар файҙаланыуға тапшырылған. Бөгөн программа сиктәрендә йәнә лә дүрт резервуарҙы  монтажлау эштәре бара – улар күләмдәре буйынса  ҙурыраҡ һәм экологик һәм сәнәғәт хәүефһеҙлек нормаларын үтәү йәһәтенән замансараҡ буласаҡ.

Нефть  эшкәртеү заводының каталитик крекинг оператор комплексында  предприятие белгестәре технологик процесс үҙенсәлектәре, факел системаһының эше тураһында һөйләне. Был комплекс вакуумлы газойлде эшкәртеү һәм тауар бензинының юғары октанлы компонентын алыу өсөн тәғәйенләнгән. Ул һуңғы 30 йыл эсендә төҙөлгән  иң эре производство булып тора.

Предприятиеға эш сәфәренең һуңғы нөктәһе әле  төҙөлөп ятҡан  техник көкөрт етештереү производствоһы  булды. Проект көкөрт  водородын утилләштереүгә һәм атмосфераға бысратыусы матдәләр сығарыуҙы кәметеүгә  йүнәлтелгән. Уны бойомға ашырыу бысратыусы матдәләр сығарыуҙы йылына  4670 тоннаға кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Атмосфераға дөйөм ташландыҡтар сығарыу күләме 15 процентҡа,  ә көкөрт диоксиды сығарыу 30 процентҡа кәмейәсәк.  Майҙансыҡта технологик ҡоролма монтажланған да инде, проекттың  әҙерлек дәрәжәһе – 95 процент.

«Был проектты тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәһе бик етди – көкөрт диоксидын сығарыу кәмейәсәк. Производствоны файҙаланыуға тапшырғандан һуң тиҙ арала һауа сифатына йоғонто яһаясаҡ, тип ышанам.

Беҙ  төрлө әҙерлек кимәлендә бер нисә майҙансыҡҡа барҙыҡ, пландарҙы тикшерҙек, йыл һайын сиратлап һауа сифатын яҡшыртыу йәһәтенән һиҙелерлек ыңғай һөҙөмтәләр алыр өсөн объекттарҙы ниндәй этаптар менән индерергә мөмкин икәнлеген ҡараныҡ.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте  рәйесе  урынбаҫары Виктория Абрамченко ҡарары буйынса  Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары «Таҙа һауа» федераль проектына индерелә. Был ҡалаларҙың иң эре предприятиелары менән ташландыҡтарҙы кәметеү буйынса сараларҙы билдәләйәсәк ике дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Тәү сиратта беҙ  халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ: был  ташландыҡ матдәләр сығарыуҙы кәметеү, мониторинг системаһын үҫтереү мәсьәләләре, торбаларҙы автоматик сығарыуҙы  контролдә тотоу системаһы менән йыһазландырыу. Һәм дүртенсе мәсьәлә – халыҡтың мәғлүмәтлелек кимәлен күтәреү, саралар тормошҡа ашырылып ҡына ҡалмайынса, уларҙы индереү һөҙөмтәһе ҡала халҡына аңлайышлы булһын өсөн предприятиеларҙың асыҡлығы», -  тип билдәләне Максим Корольков.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Экология» милли  проектының «Таҙа һауа» федераль проекты экологик хәлде яҡшыртыуға һәм  атмосфера  һауаһын  бысратыусы матдәләр сығарыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Проекттың ҡатнашыусылары  –  эре сәнәғәт үҙәктәре. 2021 йылдың авгусынан «Таҙа һауа» федераль проекты етәкселеге  тарафынан Рәсәй тәбиғәт министрлығына йөкмәтелде. Проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған саралар атмосфера  һауаһын  бысратыу кимәлен ҡырҡа кәметәсәк.

Башҡортостан Тәбиғәттән  файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, предприятие мөмкин тиклем  асыҡ, эштең башынан уҡ атмосфера һауаһына йөкләмәне кәметеү өсөн производстволарҙы модернизациялауға аҡса һалыу планлаштырған саралар  планын һәм инвестициялар күләмен күрһәтте.

«Салауат ҡалаһында  төбәк мониторингы селтәрен үҫтереү сиктәрендә атмосфера һауаһы бысраныуҙы контролдә  тотоусы  ике автоматик станция бар. Беҙҙә эре инвестиция проекты  планлаштырыла – Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиеларының санитар-күҙәтеү зонаһы сиктәрендә атмосфера һауаһы бысраныуҙы контролдә тотоусы автоматик станциялар урынлаштырыу. «Таҙа һауа» федераль проектының башынан уҡ  республика уға инергә тырышып ҡараны, әммә индерелмәне. Атмосфера  бысраныу индексы беҙҙә 2021 йылда ғына юғары булды, ә унан алдағы өс йылда  түбән булды. Атмосфера һауаһына йөкләмәне кәметеү буйынса  саралар тураһында фекерен белдереп хәбәр иткәне өсөн,  тирә-яҡ мөхиткә йөкләмәне кәметеү өсөн тәбиғәтте һаҡлау сараларына инвестициялар өсөн предприятиеларға ҙур рәхмәт», - тип   аңлатты Нияз Фазылов. 

Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты, торлаҡ-коммуналь хужалығы,  төҙөкләндереү, ҡала инфраструктураһы үҫеше  һәм ҡала төҙөлөшө буйынса Советтың даими комиссияһы рәйесе  Александр Бабнищев предприятиеға визиттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

«Мин химик профилдәге предприятиеларҙа йыш булам, беренсенән, мине бөгөн ғәжәпләндергәне – ул таҙалыҡ, тәртип. Икенсенән  – предприятие биләмәһендә территорияла ташландыҡ юҡ, тимәк, бөтә таҙартыу системалары аныҡ эшләй.  Таҙартыу ҡоролмаларында яңы технологиялар ҡулланыласаҡ, шуның арҡаһында Ағиҙел йылғаһына ҡалдыҡтар ташлау кәмейәсәк һәм, шулай уҡ,  предприятие һыуҙы элеккегә ҡарағанда ун тапҡырға аҙыраҡ аласаҡ. Әйтерһең дә, беҙ сит ил производствоһына килгән һымаҡ тәьҫорат ҡалды.

Мин сит ил  предприятиеларында ла булғаным бар, сағыштыра алам, беҙҙекеләр ҙә уларҙан ҡалышмай эшләй, тип әйтә алам», - тип бүлеште депутат тәьҫораттары менән.

Стәрлетамаҡта хәлдәр нисек?

Артабан федераль эксперттар һәм йәмәғәтселәр  БСК производствоһы менән һәм предприятиеның төп экологик проекттары менән танышыу өсөн  Стәрлетамаҡҡа килде. Улар араһында –  ПВХ-ны дегазациялау стадияһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, ул киптереү стадияһына бирелгән ПВХ суспензияһында винилхлорид миҡдарын кәметеү иҫәбенә тирә яҡ мөхиткә йөкләмәне мөмкин тиклем кәметергә форсат бирәсәк.

«Сода» производствоһында карбонизация колонналарын,  газ колонналарын йыуыусыларҙы,  абсорбция һәм дистилляция, электр фильтрҙары элементтарын  модернизациялау йәһәтенән техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу технологиҡ ҡоролмалар эшенең һөҙөмтәлелеген күтәрәсәк, атмосфераны бысратыуҙы, бигерәк тә аммиак менән  углекислый газды  кәметәсәк.

Газдарҙы  таҙартыуҙа плазма-каталитик технология индереү углерод оксиды сығарыуҙы кәметеүгә килтерәсәк. Газ таҙартыу технологияһы  махсуслаштырылған ойошма тарафынан  эшләнелгән дә инде. Әле  һауаны таҙартыу буйынса тест ҡоролмаһына тәжрибә-сәнәғәт һынауҙары үтә.

Дистиллер шыйыҡсаһын фильтрлау бүлексәһен техник йәһәттән  яңынан ҡоралландырыу проекты өҫтәмә фильтр-пресс  урынлаштырыуҙы  күҙ уңында  тота. Был иһә шыйыҡсаны ҡаты матдәләрҙән таҙартыу дәрәжәһен арттырырға, шламонокопителдә булыу ваҡытын ҡыҫҡартырға, һәм   тирә-яҡ  мөхиткә йоғонтоһон  кәметергә форсат бирәсәк.

Шулай уҡ тоҙ иретмәһен таҙартыу шламын фильтрлау станцияһын төҙөү буйынса  проект  та тормошҡа ашырыла.  Был «аҡ диңгеҙ»гә сығарып ташланған  (тоҙ иретмәһен таҙартыу) ағынды һыуҙарҙан тулыһынса арынырға, хлорлы натрийҙы кальцинирланған сода  производствоһына  кире ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк.

 

ӨДНТУ Стәрлетамаҡ филиалының дөйөм һәм  химия технологияһы кафедра мөдире, ҡаланың экологик советы ағзаһы Лилиә Әсфәндиәрова ла тәьҫораттары менән бүлеште:

«Бындай экскурсияла тәүге тапҡыр йөрөмәйем, йәмәғәтселәрҙе бындай сараларға йыш ҡына саҡыралар. Сәнәғәт предприятиеларының асыҡлығы шатландыра, ошо ҡалала йәшәүсе булараҡ, минең өсөн йәшәү мөхитебеҙҙең сифаты мөһим, быны мин ыңғай баһалайым һәм  предприятие тарафынан билдәләнгән бөтә пландарҙың тормошҡа ашырылырына ышанам», - тип билдәләне Лилиә Әсфәндиәрова.

Сәфәр һуңында производствоға  барыу йомғаҡтары буйынса кәңәшмә булды.  Предприятие   етәкселеге, «Таҙа һауа» федераль проекты офисы, БР Экология министрлығы етәкселеге һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте вәкилдәре, йәмәғәтселәр менән бергәләп, тәбиғәтте һаҡлау проекттары һәм ташландыҡтарҙы кәметеү юлдарын тормошҡа ашырыу перспективаларын тикшерҙе.

 «Беҙ халыҡты борсоған мәсьәләгә – атмосфераға ташландыҡтар сығарыуҙы кәметеү мөмкинлектәренә иғтибар иттек.

 Ошо мәсьәлә  буйынса саралар тормошҡа ашырылыуын һәм һөҙөмтәләр биреүен күрҙек, беҙ был турала мотлаҡ хәбәр итәсәкбеҙ. Йыл аҙағынаса ҡалдыҡтарҙы сығарыу сығанаҡтарын һәм мониторинг системаһын үҫтереүҙе автоматик контролдә  тотоусы  системалар менән йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү тураһында  һөйләштек.

Беҙҙең өсөн был бик мөһим, быйыл  һауа сифатын яҡшыртыу буйынса саралар тәҡдим итеү һәм күп кенә борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн  төбәк менән  йыйылма иҫәпләүҙәрҙе тамамларға,  ҡалдыҡтарҙың ысын күләме тураһында мәғлүмәттәр алырға уйлайбыҙ. Беҙ  шулай уҡ сәнәғәт туризмын үҫтереү мөмкинлеген дә тикшерҙек, моғайын ул предприятие эше тураһында объектив мәғлүмәт алырға теләүсе ҡала халҡына ҡыҙыҡ булыр. Кәрәкле  белемгә һәм компетенцияға эйә, үҙ өлкәләрендә абруйлы кешеләр предприятиеның эше тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа еткерә алһын өсөн йәмәғәт эксперт советы эше тураһында һөйләштек», - тип һөйләне Максим Корольков.

Йәшерен-батырыны юҡ, йыш ҡына Салауат яғынан ел иҫкәндә, Стәрлетамаҡ халҡы икеләтә һөжүмгә дусар була. Шуға күрә был проект беҙҙең йәшәйешебеҙгә ныҡлы йоғонто яһаясаҡ һәм һулар һауабыҙ күпкә сифатлыраҡ булыр, тигән теләктә ҡалайыҡ.

 

Роза САФИНА әҙерләне.

Һулар һауабыҙ контролдә тотола
Һулар һауабыҙ контролдә тотола
Һулар һауабыҙ контролдә тотола
Автор:Роза Сафина
Читайте нас