Бының өсөн юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы (СКПДИ) ярҙамында һәр етешһеҙлек цифрлаштырыла. СКПДИ-ның махсус программаһы (ҡушымтаһы) ярҙамында ика юл төҙөүсе белгестәр соҡорҙарҙы теркәй һәм цифрлай. СКПДИ-ға индерелгән етешһеҙлектәрҙе ремонтлау үтәлеше – Башҡортостан юл хужалығы идаралығы кураторҙары күҙәтеүендә. Шуныһы мөһим: һәр асыҡланған етешһеҙлектең үҙ идентификация номеры, күрһәтелгән теүәл урыны, параметрҙары, ҡушымта фотоһы бар.
Етешһеҙлекте бөтөргәндән һуң подрядсы СКПДИ-ға фотоотчет ебәрә. Автомобиль юлдары хужалары етешһеҙлектәрҙе цифрлаштырыуҙы 15 майға тиклем тамамлап ҡуйырға һәм етешһеҙлектәрҙе 15 июнгә бөтөрөргә ниәтләйҙәр.
Республикала ҙурлығы буйынса Өфөнән ҡала икенсе урында торған Стәрлетамаҡта ла юл йүнәтеү эштәре дәррәү бара. Ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов хәбәр итеүенсә, соҡорҙарҙы ямау эштәре әлегә Артем, Кочетов, Көнбайыш урамдарында старт алған.
Әйткәндәй, соҡорҙарҙы ямау барышы Интерактив карта менән теркәлә. Унда интернет ҡулланыусы һәр кем үҙенең заявкаһын ебәрә ала.
Өҫтәп шуны әйтергә була, 2023 йылда
Башҡортостандағы юлдарҙы ремонтлауға, төҙөкләндереүгә 4,215 млрд һум аҡса бүленә.
Р.САФИНА.