

Бер үк ваҡытта закон проекты менән ошо исемдәге орден менән бүләкләү өсөн нигеҙҙәр аныҡлана.
«Генерал Шайморатов ордены республиканың ошо уҡ исемдәге миҙалға ҡарата юғары дәүләт наградаһы булыр тип күҙ уңында тотола, — тине Константин Толкачев. — Орден менән ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ күрһәткән граждандар бүләкләнә».
Закон Башҡортостан бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Башинформ.