Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Апрель 2023, 12:10

Республикабыҙҙан 37 юл төҙөүсе Луганскиға юлланды

17 апрелдә, «Башкиравтодор» дәүләт компанияһының юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтарының 37 белгесе Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды.

Республикабыҙҙан 37 юл төҙөүсе Луганскиға юлландыРеспубликабыҙҙан 37 юл төҙөүсе Луганскиға юлланды
Республикабыҙҙан 37 юл төҙөүсе Луганскиға юлланды

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Луганщинала улар дөйөм оҙонлоғо 30 саҡрымға яҡын 16 юл участкаһын ремонтларға тейеш. Барып еткәс, улар былтыр килтерелгән асфальт-бетон заводының эшен башлай. Заводтың етештереүсәнлеге — көнөнә 300 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы. Уҙған миҙгелдә Башҡортостан юлсылары 40 саҡрым юлды ремонтлаған, шул иҫәптән Петровское һәм Красный Луч ҡалаларындағы урамдарҙың участкаларын.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас