

Мөьмин-мосолмандарҙың һағынып көтөп алған изге Рамаҙан айы ла аҙағына яҡынлаша. Был айҙа ураҙалар тотоп, бер-береңде ауыҙ асырға саҡырып ҡунаҡҡа йөрөшөү, мәсеттәргә йөрөп тәрәүих намаҙҙары уҡыу хәҙер күптән матур йолаға әүерелде. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла халыҡ бер ай буйы шығырым тулы мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙары уҡыны, ифтар аштарына йөрөнө. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ районы Отрада ауылындағы “Мәрйәм” мәсетендә ошондай сараларҙы ойоштороусы Али хәҙрәт менән ҡыҫҡаса ғына әңгәмәләшеп алдыҡ.
– Али хәҙрәт, “Мәрйәм” мәсете асылыуға әле бер йыл да юҡ, ә һеҙҙә ифтар аштары уҙғарыла, тәрәүих намаҙҙары уҡыла...
– Ифтар аштары ойоштороу, тәрәүих намаҙҙары уҡыу мәсет төҙөлөп ятҡанда уҡ башланғайны инде һәм был саралар хәҙер ҙә дәррәү уҙғарыла. Әлхәмдүлилләһ, халыҡ күп йөрөй. Ифтар аштарына килеүселәр ике йөҙҙән ашыу кеше булып китә.
Беҙ ошбу изге айҙа Ҡөрьән-Кәримде башынан аҙағынаса уҡып сығып өлгөрөргә тейешбеҙ. Шуға күрә тәрәүих намаҙҙары башта ун-ун ике рәҡәғәт уҡылһа, ай аҙағында ун дүрт-ун алты рәҡәғәт итеп уҡыйбыҙ.
– Ифтар ашы бик мул әҙерләнгән һәм табын төрлө ризыҡтарға бай. Менюла беренсе һәм икенсе блюдолар ҙа бирелә икән. Хатта ҡайын һыуына тиклем бар.
– Төрлө сәбәптәр арҡаһында кемдәр ураҙа тота алмай, улар фидиә түләй йәки мохтаж, фәҡир кешеләрҙе ашата ала, йәки ризыҡ алырлыҡ аҡса ла бирергә мөмкин. Кемдер ит, ярма, май кеүек ризыҡтар алып килә, кемдер ҡайын һыуы һәм башҡа төрлө ризыҡтар килтерә.
– Ул тиклем халыҡты хеҙмәтләндереүе анһат ҡына эш түгел...
– Беҙҙә даими ярҙам итеүсе бер нисә ирекмән төркөм бар. Улар алмашлап эшләйҙәр. Ашарға бешерәләр, халыҡ таралышҡас, һауыт-һабаны йыуып, бүлмәләрҙе йыйыштырып ҡуялар.
– Бына әле алма төшөр урын юҡ, халыҡ һыймай ҡалған осраҡтар буламы?
– Әлхәмдүлилләһ, хәҙер хәләл ризыҡ әҙерләүсе кафелар йылдан-йыл күбәйә. Ошо кафеларға дуҫ-иштәрен, туғандарын, таныштарын саҡырып ифтар ашы ойошторалар. Мәҫәлән, “Ташкент”, “Капитоль”, “Хәләл”, “Учкудук”, “Red Mangal” һәм башҡа кафеларҙа ифтар үткәрәләр.
Беҙҙә шулай уҡ никах теркәү йолаһы ла уҙғарыла. Ғәрәп графикаһын, телен өйрәнеү, ислам нигеҙҙәрен, дин тарихын өйрәнеү буйынса дәрестәр алып барыла. Кемдәр ярҙам итә – бөтөнөһөнә лә рәхмәтемде белдерәм. Аллаһ Тәғәлә риза булһын!
Шуныһы һөйөнөслө, ха-лыҡта дини йолаларҙы үтәү йылданйыл камиллаша бара. Халыҡ күпләп иманға ҡайта. Бигерәк тә, йәштәрҙең күпләп дингә килеүе матур күренеш. Ошо йолаларҙы күреп, матур тәрбиә алып, ил яҙмышын үҙ ҡулына алырҙай ышаныслы быуын үҫеп килә, тимәк. Иншалла, шулай була күрһен!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Автор һәм Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.