

Шул иҫәптән, республикала башбат.рф сайты эшләй башланы. Был сайтҡа инеп, хәрби хеҙмәт буйынса талаптар, кәрәкле документтар, льгота һәм эш хаҡы, башҡа төр һорауҙарға яуап табырға була. Бынан тыш, сайтта контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә үҙ ҡала-районында мөрәжәғәт итеү урындары ла күрһәтелгән. Әйткәндәй, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу өсөн етмешкә яҡын мобиль пункт эшләп килә. Шулай уҡ, улар Стәрлетамаҡта ла бар.
Мәҫәлән, контракт хеҙмәткә яҙылырға теләүселәр “Сити-Молл”, “Аструм” һәм башҡа сауҙа үҙәктәрҙә урынлашҡан мобиль пункттарға мөрәжәғәт итә ала. Унда Башҡортостан хәрби комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, волонтерҙар аңлатыу эштәре алып бара.
Контракт хеҙмәт буйынса белешмә өсөн телефон: 8-917-462-89-17.