“Минең бизнес” үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы предприятиелары экспортына ярҙам итеүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә лә ошо ярҙамды нисек юлларға, төбәктә тағы ниндәй шарттар барлығы тураһында һүҙ барҙы. Сарала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлегенең, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының бүлек начальнигы Альбина Хәсәншина, “Рәсәй экспорт үҙәге” акционер йәмғиәте вәкиллегенең Өфөләге етәксеһе Ринат Мәнәпов, Республика иҡтисад үҙәгенең Экспорт мәктәбе федераль тренеры Рита Аҡсурина, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әсәҙуллин, Стәрлетамаҡ Эшҡыуарҙары ассоциацияһы советы рәйесе Екатерина Фризен, шулай уҡ ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар экспортерҙар өсөн ярҙамдың төбәктәге актуаль саралары тураһында һүҙ алып барҙы. Рита Наил ҡыҙы белдереүенсә, экспортҡа ярҙам итеү структураһы – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының, Өфөләге “Республика иҡтисад үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең комплекслы эше. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге вәкиллеге лә төбәк бизнесмендарына продукцияһын сит илгә сығарырға ярҙам итә.
– Республикала экспорт эшмәкәрлеген күтәреү буйынса “Йыл экспортеры” тигән конкурс үткәрелә. Быйыл унда 26 конкурсант ҡатнашты, шуларҙың 8 компанияһы – эре бизнесҡа һәм 18 субъекты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡарай. “Ҡатын-ҡыҙ – экспортта” тигән яңы номинация ла булдырылды. Бөгөн беҙ Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге менән бергәләп “Тиҙ экспорт ярҙамы” проекты сиктәрендә килдек. Уның төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһында экспорт потенциалын асыҡлау һәм компанияларға тышҡы баҙарға артабан сығыу буйынса кәңәштәр биреү, – тине Альбина Фларис ҡыҙы.
Рәсәй экспорт үҙәгенең миссияһы тураһында Ринат Мәнәпов бәйән итте.
– Һәр Рәсәй компанияһы өсөн глобаль мөмкинлектәрҙе асыу – төп бурыс булып тора. Үҙәк тышҡы баҙарҙар анализы, алға этәреү, экспорт конракты проекты, халыҡ-ара сертификация, патент-хоҡуҡи яҡлау һәм белем биреү программалары һымаҡ экспорт ярҙамы күрһәтә, – тип белдерҙе. Ул шулай уҡ компанияларҙа “Минең экспорт” махсус ресурстарын ҡулланырға һәм мәғлүмәтле булыу өсөн экспорт үҙәгенең телеграмм-каналдарына яҙылырға саҡырҙы.
Сараның ғәмәли өлөшөндә экспорттағы эш тәжрибәһе менән “Башполимерпласт” яуаплылығы сикләнелгән йәмғиәттең производство етәксеһе Роберт Абайҙуллин эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Үҙәк менән хеҙмәттәшлек итеү компания өсөн файҙалы һәм отошло”, – тине ул.
Сара аҙағында түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса фекер алыштылар. Бигерәк тә, халыҡ-ара партнерҙар менән эш үҙенсәлектәре, талап ителгән финанс ярҙамы юлдары тураһында һүҙ барҙы. Сараны йомғаҡлап, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әсәҙуллин бындай осрашыуҙарҙың даими зарурлығын билдәләп уҙҙы. Һәм иң көнүҙәк мәғлүмәттәрҙең эшҡыуарҙар йәмғиәтселеге аша еткереләсәген белдерҙе.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Динара ИСХАҠОВА фотоһы.