

Стәрлетамаҡтар уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, студенттарҙы һәм башҡа төрлө һөнәр эйәләрен борсоған йөрәк һүҙҙәрен ишеттеләр.
Шуныһы ҡыуаныслы: быйылғы конкурста ғаиләһе менән ҡатнашыусылар ҙа булды. Шулай уҡ Благовар, Ишембай районынан да бәйгеселәр ҡатнашты. Ә шиғырҙарҙың тематикаһына килгәндә, күберәк махсус хәрби операцияға, Украинала барған ваҡиғаларға, әсә һәм бала темаларына бағышланған әҫәрҙәр яңғыраны.
Бына тулҡынландырғыс минуттар ҙа яҡынлашты. “Йөрәк һүҙе. Стәрлетамаҡ” шиғриәт бәйгеһендә кемдең йөрәк һүҙе тамашасылар күңеленең иң-иң түренә барып етте икән?!
Бәйге ике йәш категорияһы буйынса баһаланды. Һәр ҡатнашыусы үҙенең күңеленә хуш килгән, йөрәгенән сыҡҡан шиғырҙарҙы һөйләне. Жюри ағзалары Гран-приҙы Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшинаға бирҙе. Беренсе урынды Гөлнара Ғәли ҡыҙы Вәхитова менән Ноғоманова Эльвина бүлеште.
Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Улар үҙ сығыштарында бәйгенең юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Араларында ҡала хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев та бар ине.
– Ошондай саралар аша нәфис һүҙгә генә түгел, башҡорт телен үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерелә. Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы, 23-сө мәктәп етәк-селеге ҙур эш башҡарып сыҡҡан, афарин! Сара икенсе тапҡыр ғына үткәрелһә лә, ҙурҙан ойошторолған, конкурс традиция булараҡ дауам итһен артабан, – тине Илгиз Руслан улы.
Өфөнән килгән ҡунаҡ, билдәле шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, үҙ сиратында, ҡатнашыусыларға уңыштар теләп:
– Йөрәк һүҙе тынмаһын, күңелдән – күңелгә күсһен. Шиғ-риәт матбуғат аша ла йәшәй, – тип билдәләп үтте.
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова 23-сө мәктәп директоры Оксана Самойловаға һәм коллективҡа милли рухты күтәреүгә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙә-
рен еткерҙе. Ә ҡатнашыусыларға:
– Проектҡа өлөш индереп ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт, бәйгегә еңеү өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса, телем, нәфис һүҙ тип килгәнһегеҙ, – тип мөрәжәғәт итте. Сығыштарҙың көслө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ғөмүмән, һәр ҡатнашыусы оло маҡтауға лайыҡ. Ошо оло майҙанға сығып, күптәребеҙ әйтергә баҙнат итә алмаған, әммә барыбыҙҙы ла борсоған проблемаларҙы шартлатып әйтеү – үҙе үк батырлыҡ.
Бәйге йыр-моң һәм бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Ойоштороусылар сараны төрлө сәх-нәләштерелгән номерҙар менән биҙәне. Айырыуса рәхмәтебеҙ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-кон-церт берләшмәһе артистарына һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларына. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Фойела ойошторолған милли биҙәүестәр күргәҙмәһе сараға йәм өҫтәне. Стәретамаҡтар, әйтәһе йөрәк һүҙҙәребеҙ күп әле, сара һуңғыһы булмаясаҡ, тигән өмөт менән таралышты.
Венера ВӘХИТОВА,
23-сө күп профилле полилин-гваль мәктәп уҡытыусыһы.