Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, диктант өс ҡатмарлылыҡ кимәлен үҙ эсенә ала: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, башҡортса иркен аралашыу кимәлендә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалындағы бөгөнгө диктантта иһә башҡортса иркен аралашыусылар ҡатнашты.
Диктанттың темалары Башҡортостан Республикаһында Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Педагог һәм остаз йылына, Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналды.
Акцияла, ҡайһы милләт кешеһе, ҡайһы енестән, дини ҡарашына, сығышына,ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Тағы ла шуныһы, диктант яҙыусы кешенән тулыһынса исем-шәрифен яҙыу талап ителмәй, теләгән кешегә ҡушаматын да ҡуйырға мөмкин ине.
Диктантты башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы Зөһрә Сәләхова етәкселегендә башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусылары ойошторҙо.
Диктант яҙыр алдынан Зөһрә Иҙрис ҡыҙы башҡортса диктант яҙыу тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Ул шулай уҡ иң йәш һәм иң оло ҡатнашыусы менән дә таныштырып үтте һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Иң йәшенә 17 йәш, иң өлкәненә – Әсмә Яхинаға 75 йәш. “Диктант яҙып грамоталылыҡты тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйманыҡ, ә телебеҙгә хөрмәт менән ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - тине Зөһрә Иҙрис ҡыҙы. – Диктант һөҙөмтәләрен сайтҡа ҡуйыу өсөн 30 көн ваҡыт бирелә, әммә беҙ уны һуҙмаҫҡа булдыҡ, киләһе аҙнала уҡ “Бәйләнештә” селтәренә ҡуйырға уйлайбыҙ.”
Диктант Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Атайсалым – иң ҙур хазинам” тип аталған әҫәре буйынса яҙылды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡайһы бер йылдарҙа уҙғарылған диктанттарҙан айырмалы булараҡ, бөгөн беҙ яҙған диктанттың тексы тере тауыш менән уҡылды, йәғни уны Зөһрә Сәләхова үҙе уҡыны.
Диктант яҙыуҙа йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, аудиторияның тулы булыуы телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың һәм ихтирамдың арта барыуы, халыҡтың әүҙем булыуы тураһында һөйләй. Ә инде был матур сараның Милли кейем көнөнә тап килеүе бигерәк тә күркәм бер байрамға әйләнде.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фотолар Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы сайтынан алынды.