Шулар араһында 8 объект – “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса. Шулай уҡ капитал талап иткән объектты тормошҡа ашыра башлау – Олег Кошевой урамынан Бабушкин урамына сыҡҡан ерҙә тимер юл аша сығыу урыны аша төньяҡ ер өҫтө юл үткәргесен төҙөү планлаштырыла. Был эштәргә яҡынса 840 миллион һум йүнәлтеләсәк. Шуның 250 млн һумы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар”милли проекты сиктәрендә бүленә.
– Йыл һайын Стәрлетамаҡта беҙ 40-ҡа яҡын юл участкаһын ремонтлайбыҙ. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – ҡалабыҙҙа йәшәүселәр өсөн юлдарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы итеү, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – Асфальт-бетон япмаһын ремонтлау менән бергә, юл төҙөүселәр юлсылар бордюр таштарын алмаштыра, билдәләр ҡуя. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 8 саҡырым самаһы оҙонлоҡтағы 8 юлды йүнәтеү планлаштырыла. Был эштәр Водолаженко, Көнбайыш, Тыныслыҡ, Профсоюз, Элеватор, Хоҙайбирҙин, Техник урамдарында, һәм шулай уҡ Хоҙайбирҙин, Көнбайыш һәм Коммунистик урамдары киҫешкән ерҙә түңәрәк хәрәкәтле юл сатында башҡарыласаҡ.
Юлдарҙы ремонтлау эшенә 1 майҙа тотонорға уйлайҙар, ә инде яҡынса 31 июлгә тамамлап ҡуйырға тейештәр. Тимер юл аша сығыу урыны аша төньяҡ ер өҫтө юл үткәргесен төҙөү эштәре 2025 йыл аҙағынаса дауам итәсәк.
Белешмә:
Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың «2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы Указы сиктәрендә Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнде. Милли проект масштабы бөтөн илде үҙ эсенә ала, унда (Мәскәү менән Санкт-Петербургтан башҡа) Рәсәйҙең 84 субъекты һәм 105 ҡала агломерациялары ҡатнаша.
Р.САФИНА.