

Шул уҡ ваҡытта эшсе йәштәр, йәш ғаиләләр, студенттар, уҡыусылар, йәш уҡытыусылар, йәштәр ойошмалары менән оҫта эшләү ҙә мөһим роль уйнай. Бигерәк тә бөгөнгө көндә, “аҡты ҡаранан айыра” белеү мөһим булған заманда йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтеү зарур.
Һеҙ һүрәттә күргән замандашыбыҙ, ҡалабыҙҙың йәштәр бүлеге етәксеһе Альбина Бикмәтова был эште яҡшы кимәлдә ойоштора алған. Уның етәкселегендә йәштәр бер йоҙроҡ булып тупланып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың яҡындарына, тормошта ауыр хәлдә ҡалғандарға, инвалид балаларға ярҙам итә, патриотик саралар үткәрә, акциялар ойоштора, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙарта. Хәйер, барлыҡ эштәрҙе һанап сығыу үҙе үк бихисап юлдар алыр ине.
Иң мөһиме, халыҡтың да, властың да таянысы булған был быуынға, ошо быуынды етәкләп килгән Альбина Альберт ҡыҙына уңыштар теләргә генә ҡала!
Р. ӘРМЕТОВ.