Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Апреля 2023, 06:35

Маҡсатыбыҙ – халыҡ өсөн эшләү

 Стәрлетамаҡ урындағы үҙидараның күптәнге традициялары менән дан тота. Тәүге власть органдарының киләсәк өсөн өлгөһө бында 18 быуатта уҡ барлыҡҡа килә башлай. Шул замандарҙан алып властың ҡала халҡын күберәк ҡала тормошонда ҡатнаштырыуға йүнәлтелгән был кимәле күп үҙгәрештәр кисергән.

Урындағы үҙидара – ҡалала йәшәүсе һәр кемде власҡа яҡынайтҡан, муниципалитет тормошона бәйле мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә ҡатнашыу мөмкинлеге биргән институт. Иң мөһим һәм кисектергеһеҙ мәсьәләләр тап ошо кимәлдә хәл ителә лә инде. Был – халыҡ алдында оло яуаплылыҡ.

Ҡаланың һәр кешеһе, беҙ барыбыҙ ҙа ҡала үҫеше проблемаларын күрергә генә түгел, ә уларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итергә лә һәләтлебеҙ. Бөгөн ҡала округы Советының, хакимиәттең һәм урындағы үҙидараның территориаль йәмәғәт органдарының барлыҡ эшмәкәрлеге Стәрлетамаҡ халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был йәһәттән беҙгә урындағы әһәмиәттәге проблемаларҙы хәл итеүҙән ситтә ҡалмаған йәмәғәтселек ойошмалары ярҙамға килә.

 Беҙҙең дөйөм маҡсатыбыҙ – кешеләр өсөн эшләү, асыҡ конструктив диалог форматында көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү. Был эштәге уңыштың нигеҙе – ҡалаға ҡарата иғтибар һәм битараф булмаған мөнәсәбәт, яуаплылыҡ һәм компетентлыҡ.

Был байрамға ҡатнашлығы булғандарҙың барыһын да – муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, депутаттарҙы һәм ҡалабыҙ халҡын ҡотлайым. Стәрлетамағыбыҙ мәнфәғәте өсөн билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм һөнәри уңыштар теләйем!  

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Маҡсатыбыҙ – халыҡ өсөн эшләү
Маҡсатыбыҙ – халыҡ өсөн эшләү
Автор:Роза Сафина
Читайте нас