

Ата-бабаларыбыҙҙың әхлаҡи васыяттарына, күп быуатлы ислам мәҙәниәтенең традицияларына мөрәжәғәт итеү диндарҙарҙың рухи көсөн һәм ныҡлылығын арттыра. Бөтә мәсеттәрҙә бөгөн мәрхәмәткә, изге эштәргә, тыуған ер өсөн хеҙмәткә саҡырып оран яңғырай.
Башҡортостан мосолмандары һәр заманда ла Ватаныбыҙҙың тоғро улдары булған. Бөгөн республика яугирҙары махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй, ҡорал тотоп, илебеҙҙе һаҡлай, тыныс кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара. Бөтә конфессия диндарҙары, батырҙарыбыҙ тере һәм имен ҡайтһын, тип доға ҡыла.
Байрам көндәрендә йөрәктәрегеҙҙә тик изге ғәмәлдәр һәм теләктәр йәшәүен өмөт итәм.
Һәр йортҡа, һәр ғаиләгә ҡот һәм шатлыҡ, татыулыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек килһен!
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров