Әле нибары 2378 кеше тауыш биргән. Ҡуйылған тауыштар лимитын үтәй алһаҡ, федераль аҡса ярҙамында ҡала биләмәһен төҙөкләндереүгә ышаныс буласаҡ. Барыһы ла ла һеҙгә, һеҙҙең әүҙемлеккә бәйләнгән, хөрмәтле ҡала халҡы!
Бының өсөн бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Тауышты 02.gorodsreda.ru.сайтында бирергә була. 14 йәше тулған һәр кем һәм унан да өлкәнерәктәр телефон аша ла тауыш бирә ала. Фәҡәт «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса үткән йылдарҙа содовиктар паркын, Стәрле йылғаһы янындағы яр буйҙарын һәм Хоҙайбирҙин урамындағы аллеяны төҙөкләндерҙек һәм йәшелләндерҙек, тип иөрәжәғәт итә ҡала халҡына хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Ысынлап та, бөгөн һәр кемдең тауышы ҡәҙерле. Был саранан ситтә ҡалмайыҡ, йәмәғәт! Яратҡан ҡалабыҙ мәнфәғәттәрендә тауыштарыбыҙҙы ихлас бирәйек.