Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Апреля 2023, 11:02

«Ватан» отряды яугирҙәренең әҙерлеген баһаланылар

Башҡортостан хәрбиҙәре тәртипле, бындай яугирҙәр күберәк булһын ине. «Ватан» хәрби баҫмаһы» телеграм-каналы частың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарының «Ватан» башҡорт отряды тураһында фекерен еткерҙе.

«Ватан» отряды яугирҙәренең әҙерлеген баһаланылар«Ватан» отряды яугирҙәренең әҙерлеген баһаланылар
«Ватан» отряды яугирҙәренең әҙерлеген баһаланылар

«Ватан» ирекле отрядының шәхси составы менән ҡәнәғәтбеҙ. Улар тәртипле, яуға инергә әҙер. Әгәр нимәлер аңлашылмай икән, һорауҙар бирәләр. Күҙҙәре янып тора, ни өсөн һәм ҡайҙа барғандарын аңлай. «Ватан» отряды ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәр», — тип офицерҙың һүҙҙәрен килтерә «Ватан» хәрби баҫмаһы» телеграм-каналы.

Замполит һүҙҙәренсә, хәрби саҡырылыш буйынса алынғандар ҙа, «Ватан» отряды яугирҙәре янында хеҙмәт иткән контрактсылар ҙа берҙәм булыуҙары менән айырылып тора.

«Һәйбәт егеттәр. Улар өсөн иң мөһиме — коллектив. Берҙәмдәр һәм уларға бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Ошондай егеттәр күберәк булһын ине», — тип билдәләне часть командиры урынбаҫары.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас