Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2023, 10:24

Башҡортостан халҡына контракт буйынса хеҙмәт тураһында нимәләр белергә кәрәк

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәрҙе яҙыу бара. Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында Рәсәй Ҡораллы Көстәренә килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу мобиль пункттары булдырылды.

Башҡортостан халҡына контракт буйынса хеҙмәт тураһында нимәләр белергә кәрәк
Башҡортостан халҡына контракт буйынса хеҙмәт тураһында нимәләр белергә кәрәк

Уларҙа хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр дежур итә. Белгестәр хәрби хеҙмәт шарттары, кәрәкле документтар, доброволецтарға тейешле түләүҙәр һәм ташламалар тураһында барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Беҙ дәүләт тарафынан хәрби хеҙмәтте һөнәр булараҡ һайлаған хеҙмәткәрҙәргә булдырылған түләүҙәр, ташламалар һәм компенсациялар тураһында иң кәрәкле мәғлүмәтте бергә тупланыҡ.

Кем контракт буйынса хеҙмәт итә ала?

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге (һирәк осраған һөнәрҙәр буйынса һәм айырым осраҡтарҙа – 65 йәшкә ҡәҙәр), запастағы, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә ир-егеттәр ҡабул ителә.

Ҡабул итеү нисек ойошторола?

  Документтарҙы һайлап алыу пунктына йәки хәрби комиссариатҡа тапшырырға.
  Психолог менән әңгәмәләшеү үтергә.
  Медицина тикшереүе үтергә.
  Тейешле күрһәтмә алып, хәрби хеҙмәт урынына юлланырға.
  Хәрби часта контракт төҙөргә кәрәк.

Ниндәй документтар кәрәк?

  9x12 фото – 1 дана, 3x4 фото – 4 дана;
  яҙып, ҡағыҙҙа баҫып сығарылған автобиография – ике нөсхәлә;
  белем кимәлен раҫлаған документ­тарҙың күсермәһе;
  эш урынынан характеристика;
  тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсер­мәһе;
  никах йәки никахты өҙөү, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтарының күсермәһе;
  участка инспекторынан характеристика;
  паспорттың яҙыу булған бөтә бит­тәренең күсермәһе;
  хәрби билеттың яҙыу булған бөтә биттәренең күсермәһе;
  хеҙмәт кенәгәһенең яҙыу булған бөтә биттәренең күсермәһе;
  ИНН күсермәһе;
  «Мир» системаһы банк картаһының реквизиттары.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

  Ҡатнашҡан осраҡта дөйөм сумма айына 204 мең һумдан башлана. Шул иҫәпкә 33 мең һумдан башланған аҡсалата түләү, бер тәүлеккә тәғәйен 4240 һум, хәрби вазифа буйынса айына ике оклад (40–70 мең һум) инә.
  Бер йылға һәм унан күберәк ваҡытҡа контракт төҙөгән осраҡта 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр бирелгән түләү ҡаралған.

Айырым ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған

  8000 һум – әүҙем һөжүм хәрәкәттәре осорондағы һәр тәүлек өсөн;
  50 000 һум – штурм отрядтары составында алға табан барған һәр километр өсөн;
  1 миллион һум – Leopard, Abrams, Challenger танктарын, HIMARS ҡорамалын алған өсөн;
  500 мең һум - Leopard, Abrams, Challenger танктарын юҡ иткән өсөн;
  300 мең һум - HIMERS, «Нөктә-У» ҡорамалдарын юҡ иткән өсөн;
  200 мең һум – вертолетты юҡ иткән өсөн;
  50 мең һум – башҡа төрлө хәрби ҡорамалды юҡ иткән өсөн;
  3 миллион һум – яраланыу (контузия, йәрәхәт) осрағында;
  14 миллион һумдан ашыу – яугир һәләк булған осраҡта ғаиләһенә страховка түләүе (12,4 миллион һумы – РФ Оборона министрлығынан, 2 миллионы – Башҡортостан етәкселегенән бер тапҡыр түләнгән матди ярҙам).


Ниндәй ташламалар һәм гарантиялар ҡаралған

  20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң пенсияға сығыу хоҡуғы;
  Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм шуға ярашлы льготалар (ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә ташламалар, уңайлы мәлдә отпуск алыу һ.б.);
  хәрби-медицина учреждениела-рында бушлай тикшерелеү, дауаланыу һәм реабилитация курсы үтеү;
  дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителеү;
  хәрби кәрәк-яраҡ, кейем менән тәьмин ителеү;
  өс тапҡыр бушлай туҡланыу;
  алты айға бер тапҡыр ике аҙналыҡ түләүле отпуск;
  федераль бюджет иҫәбенә ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау;
  кредит һәм һалым каникулы;
  балаларға юғары уҡыу йортона ингәндә бюджет урындары;
  балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында бушлай ял;
  яраланған (йәрәхәт алған) һәм вафат булған осраҡта страховка түләүҙәре;
  реабилитация һәм адаптацияға ҡағы­лышлы социаль программа (эшкә урынлаштырыу һәм торлаҡ биреү);
  тупланма-ипотека системаһы аша Рәсәй Оборона министрлығы иҫәбенә шәхси торлаҡ алыу;
  хеҙмәт урынынан торлаҡ йәки ҡуртымға алынған торлаҡ өсөн түләү.

Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

  Берҙәм белешмә телефоны: 117
  Ситуация үҙәге 122 йәки +7 (347) 218-19-19
  БР Хәрби комиссариатының һайлап алыу пункты: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, +7 (347) 248-29-31
  «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисы
  Сайт: башбат.рф
  Телеграм мессенджерындағы контракт буйынса хеҙмәт, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары буйынса чат-боттар: t.me/contractRBBot һәм t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

Автор:
Читайте нас: