Кисә, 26 апрелдә Первомайский биҫтәһендәге 19-сы мәктәп яугир улдары хөрмәтенә йәнә таҡтаташтар асты...
Ошо мәктәптә уҡыған ғәмһеҙ бала саҡ
йылдарында һуғыш төшөнсәһен бары тик киноларҙан ҡарап, китаптарҙан уҡып ҡына белгән, хәҙер килеп,
махсус хәрби операция барышында ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Александр Орлов һәм Александр Казаков ҡасан да булһа Ил-Әсәне яҡлап, ҡулына ҡорал алып һуғышҡа китерен күҙ алдына ла китермәгәндер, моғайын. Ә бөгөн оло тормош юлына сығарған ғәзиз мәктәбе уларға Хәтер ташын ҡуйҙы...
Хәтер ташын асыуҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, "Набат" Чечен Республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы рәйесе Илдус Мәнәпов, яуҙа һәләк булған һалдаттарҙың туғандары, уҡытыусылары һәм дуҫтары ҡатнашты.
- Александр Викторович та, Александр Николаевич та үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, яҡташтарын яҡлап намыҫ менән хәрби бурысын үтәне, - тип өндәште сараға йыйылыусыларға Рөстәм Ғәзизов. – Беҙҙең өсөн уларҙың һәр береһе ысын герой, беҙ улар тураһында оҙаҡ йылдар хәтер һаҡларға һәм килер быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Ә мәктәп уҡыусылары иһә әле улар ултырған парта артында ҡасандыр үҙ Ватанының ысын улдары – Александр Орлов һәм Александр Казаков ултырғанын иҫенән сығармаҫҡа һәм ғорурланырға тейеш. Беҙҙең Рәсәй үҙ Ватанын бөтә йөрәге менән һөйгән бына шундай батыр егеттәргә таяна ла инде, – тип билдәләне хакимиәт башлығы.
Хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров Александр Орловтың әсәһенә Батырлыҡ Орденын тапшырҙы.
- Беҙҙең мәктәптә яҡын арала Александр Орлов менән Александр Казаковҡа арналған геройҙар партаһы барлыҡҡа киләсәк, - тип хәбәр итте 19-сә мәктәп директоры Алёна Марченко. – Мәктәпте тамамлаусы яугирҙарыбыҙ тураһында хәтер оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ, - тине етәксе.
Сарала ҡатнашыуслар батырҙар рухын бер минутлыҡ тынлыҡ менән хөрмәтләп, хәтер ташы янына сәскәләр һалып таралышты.
Роза САФИНА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.