Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Апрель 2023, 05:39

Бер ҡулында асҡыс булһа, икенсеһендә – ҡәләм!

Бынан бер нисә йыл элек редакция ишеген мөләйем генә башҡорт ҡатыны шаҡыны. Ипле итеп һөйләшкән ханым үҙен Хәмдиә Мортазина тип таныштырҙы. Хәмдиә апай үҙенең яҙмаларын алып килгән ине. Хәҙер был автор гәзит уҡыусыға яҡшы таныш – уның “Тормош һабаҡтары” рубрикаһы майҙанында сыҡҡан мәҡәләләрен көтөп алабыҙ. Тәүге яҙмаһынан уҡ тормош фәлсәфәһе, ябайлыҡ сағылған мәҡәлә-хикәйәләре менән ул инде – даими авторыбыҙ!

Бер ҡулында асҡыс булһа, икенсеһендә – ҡәләм!Бер ҡулында асҡыс булһа, икенсеһендә – ҡәләм!
Бер ҡулында асҡыс булһа, икенсеһендә – ҡәләм!

– Яҙғандарымда бер уй-ҙырма ла юҡ – барыһы ла тормоштан, геройҙарым ара-быҙҙа йөрөй, бала саҡтан ҡалған хәтирәләр, – тип аңлатты Хәмдиә Хәйҙәр ҡыҙы оҫталығын бер килгәндә. Дөрөҫөн әйткәндә, башта Хәмдиә апайҙы уҡытыусы булып эшләйҙер, йә булмаһа, филологик белеме барҙыр, тип уйлағайныҡ. Әммә, ул техник белемле, ғүмере буйы заводта эшләгән ханым булып сыҡты. Бына шулай, арабыҙҙа төрлө яҡлап талант эйәләре йәшәй. Хәмдиә апайҙың бер ҡулында аппаратын йүнәтер өсөн асҡыс булһа, икенсеһендә – “Ашҡаҙар”ға “тормош һабаҡтары” яҙыр өсөн ҡәләм!

Үҙе әйтмешләй, тормошо бик ябай Хәмдиә Хәйҙәр ҡыҙының. Ға-фури районы Байымбәт ауылында тыуып үҫкән, ғаиләлә дүрт бала ла кескәй генә йәштән хеҙмәткә, уның ҡәҙерен белергә, эшләп ашарға өйрәнә. Ошо сифат уны артабан ауыр хеҙмәт юлын һайларға нигеҙ бирә. Мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай авторыбыҙ, тейешле белем ала ла “СНХЗ”ға аппаратсы булып эшкә урынлаша һәм бына 1989 йылдан алып һөнәренә тоғро ҡалып килә.

– Эшемде бик яратам, ауыр, ирҙәр эше, ҡорамал да күтәрергә, ҙур асҡыс менән гайка борорға ла тура килә, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыға, аппарттарҙы контролдә тотоу зарур, әммә заводҡа ярты ғүмеремде арнаным, ҡыҙыҡ та бит, – тип бәйән итә ул хеҙмәт урыны хаҡында. Әйткәндәй, Хәмдиә ханым ҡул араһына йәштәр инә барыуына ла ҡыуана, ни тиһәң дә, алмаш килә бит. Үҙенең ҡыҙы Лилиә лә, әсәһе юлын дауам итеп, ошо заводта лаборант булып эшләп, хеҙмәт кешеһе данын күтәрә.

Хәмдиә Хәйҙәр ҡыҙы төрлө яҙмыштар тураһында яҙһа ла, үҙенең дә “тормош һабаҡтары” етерлек. Яҡындарын юғалтыу менән бер рәттән, йәшләй генә ғаиләһе тарҡала. Ҡасандыр бергә (бер заводта) эшләрбеҙ, бергә ауырлыҡ-тарҙы күтәрербеҙ, һәр саҡ бергә булырбыҙ, бәхетле йәшәрбеҙ, тип хыяллана ла бит ябай ауыл ҡыҙы. Тик тормоштоң үҙ ҡануны. Иң мөһиме: ауырлыҡтар алдында баш эйеп ҡалмай ҡатын, төнгө сменаға кескәй балаһын өйҙә яңғыҙы ҡалдырып китергә тура килгән саҡтар йыш була, ҡыҙ сирләп тә ала, ҡаты аварияға осрай, эштә лә төрлө хәлдәр килеп тыуа – барыһын да йырып сыға һәм бөгөн бәхетле әсәй, ҡәйнә, өләсәй булып йәшәй ул. Һаман да яратҡан, йыуаныс та, ҡыуаныс та тапҡан эшенә йүгереп бара, барған саҡта күңелендә “Ашҡаҙар”ға сираттағы “тормош һабаҡтары” бөрөләнә!..

Эшегеҙ, яҙмаларығыҙ менән артабан да ҡыуандырып тороғоҙ, Хәмдиә Хәйҙәр ҡыҙы! Байрамығыҙ менән!

Рәмил МАНСУРОВ.

Бер ҡулында асҡыс булһа, икенсеһендә – ҡәләм!
Бер ҡулында асҡыс булһа, икенсеһендә – ҡәләм!
Автор:
Читайте нас