Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Апрель 2023, 12:45

Дәррәү генә тауыш бирәйек

Әле 2024 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәтселек биләмәһе өсөн тауыш биреү бара. Әгәр беҙ 31 майға тиклем 56 мең тауыш йыя алһаҡ, киләһе йылда беҙгә Киров исемендәге паркты йәки Шепелюк исемендәге скверҙы төҙөкләндереү өсөн (4 этапта) федераль аҡса бүленәсәк.

Дәррәү генә тауыш бирәйекДәррәү генә тауыш бирәйек
Дәррәү генә тауыш бирәйек

Әле ни бары ун меңгә яҡын кеше генә тауыш биргән. Ҡуйылған тауыштар лимитын үтәй алһаҡ, федераль аҡса ярҙамында ҡала биләмәһен төҙөкләндереүгә ышаныс буласаҡ. Барыһы ла беҙҙең әүҙемлеккә бәйле!
Бының өсөн бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Тауышты 02.gorodsreda.ru сайтында бирергә була. 14 йәше тулған һәр кем һәм унан да өлкәнерәктәр телефон аша ла тауыш бирә ала. Фәҡәт “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса үткән йылдарҙа

Содовиктар паркын, Стәрле йылғаһы янындағы яр буйҙарын һәм Хоҙайбирҙин урамындағы аллеяны төҙөкләндерҙек һәм йәшелләндерҙек.
Ысынлап та, бөгөн һәр кемдең тауышы ҡәҙерле. Был саранан ситтә ҡалмайыҡ, йәмәғәт! Яратҡан ҡалабыҙ мәнфәғәттәрендә тауыштарыбыҙҙы ихлас бирәйек!

Автор:
Читайте нас