Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Апрель 2023, 05:46

ЭТ КЕШЕГӘ ДУҪМЫ?..

Ошо йылдың 16 апрелендә Ырымбурҙа ҡот осҡос фажиғә булды: икенсе класс уҡыусыһы Максимды берәҙәк эттәр өҙгөләп үлтерә. Һигеҙ йәшлек малай үҙенең иптәше менән үҙе йәшәгән йорт тирәһендә йөрөгән була, уларға ҡапыл берәҙәк эт өйөрө һөжүм итә. Эттәр Максимдың муйынына йәбешә, малайҙың уларға ҡаршы торорға көсө етмәй. Һөҙөмтәлә малай урында йән бирә. Уны кейеменән генә таныйҙар... Эттәр, кешеләрҙе һаҡлауҙан тыш, хәүефһеҙлек сығанағы ла булып тора. Был ваҡиға әлеге ҡанунға асыҡ миҫал.

ЭТ КЕШЕГӘ ДУҪМЫ?..ЭТ КЕШЕГӘ ДУҪМЫ?..
ЭТ КЕШЕГӘ ДУҪМЫ?..

Кем ғәйепле?

Унда йәшәгән халыҡ һүҙенә ҡарағанда, ваҡиға булған урамда 20-гә яҡын берәҙәк эттәр йөрөүе хаҡында ырымбурҙар бер нисә тапҡыр хакимиәткә һәм идарасы компанияға мөрәжәғәт иткән булғандар. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡоторған хайуандар балаларға ла, өлкәндәргә лә һайлап тормай ташлана икән. Һөҙөмтәлә эттәрҙе тотоп, стерилизация үткәрәләр ҙә кире урамға сығаралар. Был 2018 йылдың 27 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһының хайуандар менән яуаплы мөрәжәғәт итеү тураһындағы айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль Законға ярашлы эшләнелә. Ошоға бәйле, балаларға һәм ата-әсәләргә берәҙәк эттәр менән осрашҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тағы ла бер тапҡыр иҫтәренә төшөргөм килә.

Эттең күҙенә тура ҡарарға кәрәк!

Берәҙәк эттәр менән осрашҡанда баланы үҙен дөрөҫ тоторға өйрәтеү – ата-әсәләрҙең туранан-тура бурысы. Тыштан йыуаш ҡына күренгән эт тә – тәү сиратта хайуан ул. Әгәр ул сәләмәт икән, уның аҙымдарын фаразларға ғына була. Иң беренсе бала эт үҙенең ризығын һәм хәүеф янағанда көсөктәрен яҡлаясағын белергә тейеш. Шуға күрә уның “көсөктәрен ҡарарға ярамай” һәм ул ашағанда уның янына бармағаның хәйерлерәк. Балаға берәҙәк эттәрҙе ашатырға ярамай. Эт эргәһендә йүгерергә лә, ҡысҡырырға ла ярамай. Таяҡ менән һелтәнергә лә хәүефле. Ҡысҡырыу, йүгереү, ҡулдарҙы һелтәү – эттә, психологтар әйтмешләй, ҡурҡыу агрессияһын барлыҡҡа килтерә. Хатта хәрәкәтле балалар уйынын эт хәүеф тип ҡабул итеүе ихтимал. Ә йүгереп ҡасҡан кешене ул еңергә тейешле көсһөҙ бәндә тип иҫәпләй. Эткә арҡа менән әйләнергә ярамай. Ошоно бала аңына һеңдерергә тейешбеҙ. Эт баҫтыра икән, туҡтап, уға боролоп, уның күҙенә тура ҡарарға кәрәк. Был осраҡта эт үҙенән ҡурҡмауҙарын аңлай һәм үҙенең көслөрәк икәнлегенә шикләнә башлай. Әгәр эт сигенә икән, уны күҙҙән юғалтмайынса артҡа табан был урындан китергә кәрәк. Әгәр эргәлә эттәр булһа, күмәкләп йөрөргә кәрәк. Эт өйөрө үҙ биләмәһендә йәшәй, һәм ул урынды үҙҙәренеке тип иҫәпләй һәм һаҡлай. Әгәр бер нисә кеше был сикте үтә икән, эттәр уларҙы ла көтөү тип иҫәпләй. Һәм өрөүҙән уҙмай. Ә бер генә кеше булһа, уға ташланырҙар ине. Шуға күрә бала компания менән йөрөһә, хәүефһеҙерәк. Һәм был урынды урап үтеү – хәйерлерәк.

Шуны белеү мөһим

Йыш ҡына берәҙәк эттәр ташланыуға өлкәндәр үҙҙәре ғәйепле. Мәҫәлән, әсә балаһы менән урамда йөрөгәндә этте күрә лә балаһын ҡулына алып ҡысҡыра башлай. Эт ташланырға теләмәһә лә, тауыш уны ҡурҡыта һәм ул үҙен яҡларға тейеш булып сыға.
БР Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм ра-йоны халҡын ҡоторған хайуан ҡорбаны булмаҫҡа иҫкәртә. Бының өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк:
- ҡырағай хайуандар менән бәйләнешкә инмәҫкә;
- урамда ла, баҡсала ла, урманда ла хайуандарҙы ҡулға алмаҫҡа;
- сит хайуандарға тотонмаҫҡа;
- хайуан тешләгән осраҡта шунда уҡ медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Әйткәндәй, йорт хайуандарына түбәндәге адрестар буйынса бушлай вакцинация үткәрергә мөмкин: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 160-сы йорт, тел: 8(3473) 28-13-03, 8-903-310-31-08 өҫтәмә һан: 202; Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ҡаранай Моратов урамы, 2-се йорт, тел: 89603992747.

Гүзәл ФӘХРЕТДИНОВА,
БР Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы начальнигы.

Автор:
Читайте нас