

Әле 23 гектар майҙандағы янғын һүндерелгән. Петр Ильин әйтеүенсә, 27 апрелгә республикала 14 урман янғыны сыҡҡан, ҡоро үләндең яныуҙың 731 осрағы теркәлгән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» күрше Свердловск өлкәһе биләмәһендә ҙур янғын сығыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Ялҡын Сосьва һәм Таежный ҡасабаларында 130-ҙан ашыу йортто юҡ иткән.
Башинформ.