Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы үҙ эшен яратҡан һәм ҡалабыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итеүсе төрлө быуын һәм һөнәр кешеләрен берләштерә. Һәр кем үҙ урынында Ватаныбыҙ сәскә атһын өсөн ҙур өлөш индерә. Стәрлетамаҡты төҙөгән һәм үҫтергән кешеләр – ветерандарыбыҙ беҙҙең өсөн өлгө булып тора.
Хөрмәтле ҡала халҡы! Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, яуаплылығығыҙ һәм профессионализмығыҙ өсөн рәхмәтемде еткергем килә. Бөтә йөрәктән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, аҡ бәхеттәр һәм именлек теләйем. Ошо яҙғы байрам йөрәктәрегеҙҙе бәхет-шатлыҡҡа сорнаһын әйҙә!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.