Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Май 2023, 05:00

УЛЫМ ӨСӨН ҮС АЛАМ!

Ошо көндәрҙә Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальоны махсус хәрби операцияға йүнәлде. Батальонда Стәрлетамаҡтан да ир-егеттәр бар. Улар оран булғас та, батальонға яҙылды. Араларында отставкалағы офицер ҙа бар. Ул быға тиклем махсус хәрби операцияла улын юғалтҡайны. Атай йөрәге түҙмәне һәм яуға йүнәлде. “Улым өсөн үс аласаҡмын, Ватаныбыҙ мәнфәғәтен яҡлап алышам”, – тип белдерҙе Закир Ташматов.

УЛЫМ ӨСӨН ҮС АЛАМ!УЛЫМ ӨСӨН ҮС АЛАМ!
УЛЫМ ӨСӨН ҮС АЛАМ!

Өфөлә батальонды тан- таналы оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, РФ Президентының Волга буйы федераль округта тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Рәсәй оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов та килде.

– Әлеге ваҡытта меңәрләгән Башҡортостан егеттәре махсус хәрби операцияла тыуған илде яҡлай! Һеҙ ҙә уларҙың сафына баҫаһығыҙ! Еңел ҡарар түгел, әммә Ватан өсөн ул мөһим! Һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙе беҙ ҡурсаларбыҙ, ярҙам итербеҙ, борсолмағыҙ! – тип мөрәжәғәт итте ил һаҡсыларына Радий Фәрит улы.

Стәрлетамаҡтарға килгәндә, уларҙы иһә ҡалабыҙҙан шулай уҡ тантаналы рәүештә бер нисә көн элек оҙаттылар. Сарала ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвера Иманғолова ҡатнашты.

– Беҙ ҡалабыҙҙа илен һаҡларға юлланған ошондай ир-егеттәр барлығы менән ғорурланабыҙ! Уңыштар теләйем, – тип Рөстәм Фәрит улы мөрәжәғәт итһә, Эльвера Ғүмәр ҡыҙы үҙ сиратында:

– Башҡорттарҙың “төнъяҡ амурҙары” үҙ ваҡытында Берлинғаса барып еткән, һеҙ - уларҙың лайыҡлы дауамы – ил һағына баҫтығыҙ! – тине.

Оҙатҡанда егеттәр ҙә, оҙатырға килгән яҡындары ла күтәренке рухта булды! Сөнки Ватан саҡырғанда был аҙым кәрәкле аҙым икәнлеге һәр кемгә лә билдәле, мөһим!
Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!

 

Фотолар БР Башлығы һәм ҡала хакимиәте рәсми сайттарынан алынды.

УЛЫМ ӨСӨН ҮС АЛАМ!
УЛЫМ ӨСӨН ҮС АЛАМ!
УЛЫМ ӨСӨН ҮС АЛАМ!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас