Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Май 2023, 07:35

Йәшәһен хеҙмәт кешеһе!

Байрамдың мәғәнәһе элек һәм бөгөн    Беренсе Май байрамы элек-электән Яңы йылдан ҡала иң көтөп алынған байрам булды. Беҙҙең быуын кешеләре күңелендә ул бигерәк тә матур бер бала саҡ хәтирәһе булып һаҡлана. Икенсе класта уҡыған саҡтағы май байрамы ныҡ иҫтә ҡалған. Беҙ, уҡыусылар тантаналы мәктәп формаһында, башҡа аҡ панамкалар кейеп, сафтарға теҙелеп демонстрацияға сыға инек. Алғы сафта ҡыҙыл байраҡтар тотҡан комсомолдар, ҡыҙыл галстук таҡҡан пионерҙар борғолар ҡысҡыртып, барабандар ҡағып бара. “Йәшәһен 1 Май!”, “Йәшәһен хеҙмәт кешеһе!” тип яҙылған транспаранттар тотоп, бөтә мәктәп менән “Атһын сәскә шаулап-гөрләп, бар халыҡ өсөн тыныслыҡ, тыныслыҡ!...” тип урам буйлап йырлап үтә инек.

Элек 1 Май байрамы шул тиклем күңелле үтә торғайны. Байрамға бөтә ауыл менән әҙерләнәләр – өмә яһап урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартып ҡуялар ине. Тау биттәре ҡарҙан әрселгәс, һыу ташҡан күңелле бер мәлдә балалар күмәкләшеп, өйҙән бешкән йомортҡалар, төрлө ашамлыҡтар алып, тауға сығабыҙ. Унда көнө буйы төрлө-төрлө уйындар уйнап, бик күңелле ял итеп, күңел асып уйнап ҡайтабыҙ.

Йәнә лә бер күңелле мәл иҫтә ҡалған. Ер асылыу менән класс менән яланға сығып йомран тотабыҙ. Йомрандың өңөнә йылғанан биҙрә менән һыу ташып ҡоябыҙ ҙа, сыҡҡанын көтөп торабыҙ. Шулай көнө буйы йөҙәрләгән йомран тотабыҙ ҙа, малайҙар тиреһен киптереп заготконтораға тапшыра. Бик күңелле мәл була торғайны!..

Ә инде байрам менән ҡотлап асылма (открытка) яҙыуҙар! Туғандарға, дуҫтарға бик күп открыткалар ебәрә инек. Үҙебеҙгә лә шундай ҡотлауҙар күп килә ине.

 Ә бына студент йылдарында иң ҡыҙығы демонстрациянан ҡасыу булғандыр. Ҡаланың үҙәк урамынан предприяиелар, ойошмалар колонналарға теҙелеп бара, шул саҡ беҙ, студенттар, демонстрацияла ҡатнашҡан кеше булып, бер аҙ барабыҙ ҙа, һиҙҙермәй генә таябыҙ. Тиҙерәк ауылға һыпыртыу яғын ҡарайбыҙ!

Шул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, сағыштырып ҡараһаң, хәҙерге 1 Май төп асылынан бер аҙ ситләште, тип уйлап ҡуяһың. Өлкән быуын кешеләре уның күтәренке рух биреп, яңы эштәргә әйҙәүсе демонстрациялар менән тантаналы рәүештә үткән ваҡыттарын әле һағынып иҫләй.

Шөкөр, был борондан килгән изге традиция әле лә дауам итә. Элек 1 Май Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө була торғайны, хәҙер Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына әүерелде. Әммә Тыныслыҡ, Хеҙмәт һәм Май – был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк булыуҙан туҡтамай. Бөгөн дә был байрам төп мәғәнәһен юғалтмай, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, яҡты өмөттәр, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт кәүҙәләнеше булып ҡала. Сөнки беҙҙе, төрлө ҡарашлы һәм төрлө быуын кешеләрен хеҙмәт берләштерә. Ошо мәлдә кешеләр бар эшен бөтөрөп ҡала. Тәбиғәттең уяныуы менән бергә, ерҙә яңы тормош башлана һәм ул көстө, йәшәү дәртен арттырып, эшкә ҡеүәт бирә. Яҙ ул – үҙе байрам булһа, хеҙмәттән йәм табыу – үҙе бер әһәмиәтле байрам!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Йәшәһен хеҙмәт кешеһе!
Йәшәһен хеҙмәт кешеһе!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас