Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Май 2023, 04:25

Ҡоро үлән һәм бер генә шырпы

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып республика буйынса бөтәһе 676,2 гектар ерҙә ҡоро үлән янып китеү осрағы теркәлгән. Стәрлетамаҡ районы буйынса үткән аҙнала бөтәһе 59 янғын сығыу осрағы теркәлде. Бөгөнгө көндә һәр бер янғын сығыу осрағы буйынса тәүтикшереү органдары тарафынанан тикшереү эштәре алып барыла. Әйткәндәй, янғындар йышайыу сәбәпле, ҡайһы бер күрше төбәктәрҙә ғәҙәттән тыш хәл индерелде: ялан-урмандар менән бергә тотош ауылдар яна.

Ҡоро үлән һәм бер генә шырпыҠоро үлән һәм бер генә шырпы
Ҡоро үлән һәм бер генә шырпы

Ҡоро үлән янып китеү арҡаһында сыҡҡан янғындың төп сәбәптәре булып кешеләрҙең яуапһыҙлығы: тәмәкене һүндермәй ташлау, утты тулыһынса һүндереп бөтмәй ҡалдырып китеү, йорт-ҡуралар янында ҡоро сүп-сарҙы контролһеҙ яндырыу һ.б. тора. Ҡоро үлән яныу – ул ысын мәғәнәһендә ҙур афәт. Бигерәк тә ел ваҡытында ҡоро үлән янып китеп, ҙур биләмәләрҙе ялмап алып, бәләләргә килтергән осраҡтар бик күп. Янғын ҡоро үләндән йорт-ихатаға күсеп китеүе ихтимал. Ҡоро үлән янған осраҡта тирә -яҡты төтөн баҫып ала.

Был төтөн бик көслө һәм тирә-яҡты ныҡ ағыулай. Кешеләрҙең үткән йылдан ҡалған ҡоро үләнде яғыу арҡаһында янғын һүндереү органдарына күп кенә мәшәҡәттәр килтерә һәм киҫкен режимда хеҙмәт итергә мәжбүр итә. Бер тәүлек эсендә генә 200-гә яҡын үлән яныу осраҡтары буйынса янғын һаҡсыларын саҡырыуҙар теркәлгән көндәр була.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ут менән һаҡ булыу кәрәклеген етди иҫкәртә. Әйткәндәй, Башҡортостанда байрам мәлдәрендә урманға ял итергә сығыу тыйылды.

Өлфәт МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
16-сы янғын-ҡотҡарыу часының начальник урынбаҫары, эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты.

Автор:
Читайте нас