Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Май 2023, 04:00

КЕШЕЛЕКТЕҢ ИҢ ҘУР БАЙРАМЫ

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын байрам итер алдынан үтәсәк сараларҙы асыҡлау маҡсатында Ҡала Ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Әбделғәни улы ҒӘБИТОВ менән осраштыҡ.

– Быйылғы Еңеү байрамының даирәһе менән таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Байрам саралары Стәрлетамаҡта 8 майҙа уҡ башланасаҡ. Биш төркөмгә бүленеп ҡәберҙәргә сәскә һалыу ниәт. Ә 9 Майҙа Мәңгелек ут һәйкәленә, Жуков скверына шулай уҡ сәскәләр гөлләмәһе һалыу планлаштырыла. Ә парад элеккесә Ленин проспектында үтәсәк. Быйыл “Үлемһеҙ полк” булмаясаҡ.

– Ҡалабыҙҙа нисә ветеран быйылғы Еңеү яҙына килеп етте?

– Ете  һуғыш ветераны, бынан тыш өс һуғыш инвалиды, ике һуңғы саҡырылыш ветераны.  Шуларҙың  береһе 1921 йылғы, икәүһе – 1924 йылғы,  дүртәүһе – 1926 йылғы, дүртәүһе – 1927 йылғы, тағы берәүһе 1925 йылғы. Ҡалабыҙға фатир алып күсеп килеүселәр дүрт ветеран. Ҡалғандары үҙебеҙҙә йәшәп, эшләп ҡартайғандар. Араларында БСК-ла, СК-ла, ВНЗМ-да һәм башҡа ойошмаларҙа эшләгәндәре лә бар.

– Һуғышта ҡатнашҡандар йылдан-йыл кәмей бара, аҙаҡ беҙ һуғыш балаларын ҡәҙерләйәсәкбеҙме?

– Әле Ленинград блокадаһында булған өс кеше, ике “канцлагерь тамуғы”н үтеүсе бар.

– Ил буйынса ветерандарҙы хөрмәтләгән һымаҡ беҙҙең ҡалала ла уларға ҡәҙер күрһәтелә торғандыр.

– Был мәсьәләгә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов бик етди ҡарай. Форсаттан сығып, Ҡоролтай депутаты Ринат Раймановҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерге килә. Шулай уҡ  депутат Юлия Герасимоваға ла ошо  уҡ һүҙҙәребеҙ барып етһен.

– Билдәһеҙ һалдат тураһында бер ваҡиға ишетеп ҡалғайныҡ.

– Миңә бер көн өлкән йәштәге бер ҡатын «Ни эшләп билдәһеҙ һалдаттың ҡәберен ҡарамайһығыҙ? тип мөрәжәғәт итте. Беҙ был мәсьәләгә йәштәр бүлеген, волонтерҙарҙы йәлеп итеп, яйлап ҡына осона сыҡтыҡ.  Ысынлап та Псков ҡалаһынан был билдәһеҙ һалдаттың ҡалдыҡтарын алып ҡайтҡан булғандар. Ветерандар советындағы әүҙем ветерандар көсө менән беҙ ул һалдат ҡәберен кәртәләп, обелиск эшләтеп ҡуйҙыҡ.

– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы менән әле махсус хәрби операцияны сағыштырып буламы?

– Беҙ йыш ҡына ул тарафтарҙан ҡайтҡан егеттәр менән осрашып, аралашып торабыҙ.  Әле артиллерия һуғыша. Путинға рәхмәт, беҙҙе ҡолға дусар итмәһендәр өсөн барыһын да эшләй.

– Һеҙҙең фараз буйынса операция тиҙ бөтәсәкме?

– Бер нисек тә алдан әйтеп булмай. Был бит Афған һуғышы ла, Чечнялағы һуғыш та түгел.  СССР-ҙы тарҡаттылар, уйҙары – Рәсәйҙе тар-мар итеү.  Еңеү барыбер беҙҙең яҡта буласаҡ.

– Әйткәнегеҙ килһен, Еңеү килһен!

Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.

КЕШЕЛЕКТЕҢ ИҢ ҘУР БАЙРАМЫ
КЕШЕЛЕКТЕҢ ИҢ ҘУР БАЙРАМЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас