

Гармунсы өйөнә ҡайтмай, һуғышҡа китә
Ул замандар аҡтар менән ҡыҙылдар болаһы булғанлыҡтан, атайым бер класс белем дә ала алмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул урыҫ телендә яҡшы һөйләште. Уҡыу еткән булһа, һәләк оҫта юморист булыр ине, мәҙәктәре бик күп, ойотоп оҫта итеп бейер ине, гармунда ла һупалаған ул, тик бейергә яратҡанға күрә, гармун уның күңелен яуламаған. Ә гармунсы дуҫы үҫмер генә күрше егете Зиннур ағай Сөләймәнов (мәрхүм) ине. Улар таң ҡыйылғансы береһе уйнаған, икенсеһе – бейегән. Улай ҙа түгел әле, атайым үҙенә генә хас булған моңға һалып бейеү көйөн әйтер ине, ул көйҙө бер кем әйтә белмәне, хатта гармунда ла уйнай алманылар, бейергә һәләттәре булмағандарға “баҫа белмәгәнгә мин көйөмдө әрәм итмәйем”, – тип кенә ебәрә торғайны. Һәр эшкә лә маһир булды ул.
1940 йылда Ватанды һаҡларға тигән бурыс менән хеҙмәткә алына. Алкинола хеҙмәткә әҙерлек юлын үтә. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана, шул йылдың октябрь айында һуғышҡа оҙатыла. “Курск дуғаһы”на эләгә ул, пулеметсы була. Ҡайһы ваҡыт беҙ һораша инек һуғыш тураһында: “Ҡуй, балалар, ундай мәхшәрҙе һеҙгә күрергә яҙмаһын”, – тип кенә әйтер ине әсенеп. Үкенескә ҡаршы, фашист йәнә беҙгә ымһына, михнәт күрергә тура килә шул ир-егеттәребеҙгә... Был юлы ла, ул саҡтағы һымаҡ, бирһен Хоҙай, Еңеү беҙҙең яҡта булыр!
Тән һәм күңел яралары
1943 йылдың февралендә атайым ҡаты яралана, уң яҡлап башы контузия ала, уң күҙенең күреү, ҡолағының ишетеү һәләте насарая, уң ҡулбашы, терһәге ҡаты яра ала. Уны Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһына госпиталгә оҙаталар. 1943 йылдың август айында демобилизациялана, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Әле лә әсәйемдең һөйләгәндәре хәтерҙә: “Атайыңдың яраһы үҙе ҡайтҡас та оҙаҡ төҙәлмәне, гел һыуланып, сейләнеп йөрөр ине, ҡанһырап та китә ине”. Шул яраларға ла ҡарамай, атайым йыл һайын иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Бөрйән районы Әүжәнгә ағас ҡырҡырға йөрөр ине. Илде уның быуыны шулай күтәрҙе! Ауырлыҡтарға баш эймәне!
Ул бит көслө рухлы, ғорур, сая булды. Ауырлыҡтар кисерһә лә уфтанманы, һыҡранманы, түҙемле лә, сабыр ҙа булып ҡала белде. Беҙгә, туғыҙ балаға ғүмер биреп, атай-әсәй булдылар. Уҡыттылар, эш һөйөргә өйрәттеләр, кеше иттеләр. Уларға бик рәхмәтлебеҙ!
Ҡәҙерле кешем ауыр һынауҙар үтеп, тәҡдиренә яҙылған оҙон ғүмерен кисереп, 2003 йылдың 7 майында, яратҡан ағасы муйыл, тыуған көнөндәге кеүек, аҡ сәскәләргә күмелеп ултырған саҡта баҡыйлыҡҡа күсте, урыны йәннәттә булһын.
Шул уңайҙан уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап шиғырымды тәҡдим итәм. Был шиғырҙың тарихы ла бар: мин атайымдың ауырыйым тип әйткән һүҙен бер ҡасан да ишетмәнем, һис зарланманы бит ул. Ҡан баҫымы түбән була торғайны, шул сәбәп менәндер инде, уны бер мәл күрше Этҡол ауылына дауаханаға һалғандар. Атайымдың дыуамаллығы ла бар ине, көҙ айҙары булған, киткән ул туғайға Һәләүек буйына, яҡын бит ул туғай, шунан муйыл алып ҡайтып ятаҡ баҡсаһына ултыртҡан. Әлеге көндә лә шул муйылдар гөрләп үҫеп, яҙ һайын аҡ сәскәләргә күмелеп, ауылға йәм өҫтәп, атайымды иҫкә төшөрөп ултыра. Тик ятаҡ ҡына ябылды инде... Ни ҡылаһың, тормош бер урында ғына тормай шул, биналар ғына түгел, быуындар ҙа алмашына, тормош дауам итә, тик күңел генә был күренеште ауыр ҡабул итә. Атайҙарыбыҙҙы, әсәйҙәребеҙҙе иҫләйек, ҡәберҙәрен барып күреп торайыҡ, доғалар ҡылайыҡ, йәмәғәт. Май айында ғына түгел!..
Ул бит һинең өлөшөң
Атайым ошо йырҙы ярата ине:
“Һин ултыртҡан муйыл
Сәскә атты быйыл...”
Мөғжизәле яҙҙың май айында
Атай, икеһе һинең тыуған көн.
Сәләмләйем таң нурҙары менән
Ҡояшҡайым үҙе еткерһен.
Ятаҡ баҡсаһында үҫкән муйыл
Хур ҡыҙылай аҡтан кейенде.
Хуш еҫтәрен бөркөп урамдарға
Ап-аҡ сәскәләргә төрөндө.
Үҙ ҡулдарың уны ултыртҡандар
Әйтерһең дә йәннәт мөйөшө.
Йәлләһәм дә өҙҙөм тәлгәштәрен
Ул бит, атай, һинең өлөшөң.
Һин тип кенә, иҫкә алам тиеп
Сәскәләрен алдым муйылдың.
Өйгә ҡайтҡас өҫтәлемә ҡуйҙым
Хәтирәләремдән уйылдым.
Һай, тием, һаман иҫемдәсе
Ҡолас ташлап бесән сабыуың,
Оҫта итеп утын ярыуҙарың,
Күңелемдә моңло йырҙарың.
Тәбиғәтте лә бит ныҡ яраттың,
Күп ҡыҙырҙың урман-ҡырҙарын.
Көйәнтәләр бөктөң ҡыҙҙарыңа,
Сана яһаның һин улдарыңа...
Тыуған көнөң, хәтер кисәһе лә,
Баҡыйлыҡҡа күскән көнөң дә,
Тап ошолай, тағы май айында
Муйыл сәскәләнгән сағында...
Хәтерҙәһең, атай, һәр ваҡытта,
Оноторға хаҡым юҡ хатта!
Хөрмәт итеп һине иҫкә алам,
Ҡәбереңә ҡәнәферҙәр һалам.
Тәнзилә МАЛИКОВА-НӘБИУЛЛИНА.