Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Май 2023, 02:35

Аяҙ күк йөҙө, имен һәм мул тормош теләйем!

Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре!  Хөрмәтле ҡала халҡы!  Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

9 май – ул илебеҙҙең героик йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылған айырыуса тантаналы байрам. Ул халҡыбыҙҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, сыҙамлығын һәм ҡаҡшамаҫ рухын символлаштыра.

 Стәрлетамаҡ һуғыш йылдарында тыл ҡалаһы булған. Һәр кем мөмкин тиклем Бөйөк Еңеү көндәрен яҡынайтҡан, фронтта ла, тылда ла ярҙам иткән. Ҡалабыҙ фронтты бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү өсөн, сәнәғәт продукцияһы, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙән башлап, хәрби белгестәр әҙерләүгә тиклем ҙур өлөш индергән. Беҙҙең ҡалала йәшәүселәр илебеҙ мәнфәғәтенә тулы фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт итә, яралыларҙы һәм эвакуацияланғандарҙы ҡабул итә, алғы һыҙыҡҡа бара.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары алдында уларҙың тиңһеҙ батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Йөрәк түребеҙҙә һәр саҡ уларҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтер һаҡлаясаҡбыҙ һәм уны быуындан-быуынға тапшыра барасаҡбыҙ.

Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Ихлас күңелемдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, имен һәм мул тормош теләйем. Өйҙәрегеҙҙә ҡот-бәрәкәт, именлек һәм татыулыҡ булһын әйҙә. Байрам менән!

 Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Аяҙ күк йөҙө, имен һәм мул тормош теләйем!
Аяҙ күк йөҙө, имен һәм мул тормош теләйем!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас