Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Май 2023, 08:30

Стәрлетамаҡта Еңеү парады

Еңеү һүҙе беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн иң изге һәм ҡәҙерле төшөнсә. Иң тәүге Еңеү парады Мәскәүҙә 1945 йылдың июнендә үтә. Шул ваҡыттан бирле йыл һайын Еңеү парадтары үткәреү илебеҙ тарихының иң күркәм традицияларының береһенә әйләнгән. Стәрлетамаҡ та 78-се Еңеү яҙын ҙур тулҡынланыу менән ҡаршыланы! 

Йола буйынса, иң тәүҙә ҡалабыҙ етәкселеге, абруйлы аҡһаҡалдарыбыҙ, ҡунаҡтарыбыҙ, ҡала советы депутаттары, шәхестәр ҡатнашлығында “Мәңгелек ут” һәйкәленә яуҙа ятып ҡалған һалдаттар иҫтәлегенә сәскәләр һалды һәм, артабан илебеҙ  батырҙарын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн, маршал Г.К. Жуков исемендәге паркка юлланды. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, ҡалабыҙҙың абруйлы ҡунағы – Рәсәй Федерацияһының хәрби диңгеҙ  флоты контр-адмиралы Александр Дьяконов, ҡала Советы рәйесе Сергей Бойков, ҡала Советы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай    депутаттары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре менән берлектә, маршал Г.К.Жуков бюсына, һуғыш ҡырында башын һалған, хәбәрһеҙ юғалған Стәрлетамаҡ яугирҙары исеме уйылып яҙылған хәтер стенаһына  сәскәләр һалды. Улар шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларын иҫкә алды.

Еңеү парады, ғәҙәттәгесә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда Ленин һәйкәле янында  башланды.

Тантана башланыуға Ленин проспекты ике яҡлап  халыҡ менән шығырым тулғайны. Быйыл  “Үлемһеҙ полк”  акцияһы иғлан ителмәһә лә, күптәр олатайҙарының, ата-балалырының фотоларын тотоп сыҡҡан. Еңеү парадына йыйылыусыларҙы ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов, РФ хәрби диңгеҙ  флоты контр-адмиралы Александр Дьяконов, ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов сәләмләгәндән һуң, Ленин проспекты буйлап атлылар маршы һәм хәрби техника парады үтте.

Традицияға ярашлы, һуғыш йылдарындағы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа сығарылған тарихи ҡомартҡылар – парад өсөн Европалағы (Вадим Задорожный исемендәге) иң эре тарихи музейҙан махсус килтерелгән машиналар парады Еңеү байрамының иң сағыу мәле булғандыр. Ретро-техниканың ниндәйе генә юҡ! Мотоциклдар, автомобилдәр, танктар, күп тонналы машиналар. Шунһыҙ парад – парад буламы ни!? Ошо тантаналы минуттарҙа парадты шулай уҡ вертолеттар,  Өфөнөң Кесе аэродромы бәләкәй авиация самолеттары осошо биҙәне.

 Әйткәндәй,  «Тополь-М» өсөн Шасси МАЗ-7917  ошоғаса Алкино-2-лә торған. Баллистик ҡоролма, эшләмәй, әлбиттә. Машина хәҙер Стәрлетамаҡта ҡаласаҡ, ә йәнә бер йылдан ул халыҡҡа күрһәтеләсәк.

Колоннала боронғо техниканы замансараҡтары бер-бер артлы алмаштыра һәм тимер аттар парадын тере аттар дауам итә. Бынан алдағы йылдарҙан айырмалы булараҡ, Стәрлетамаҡтағы быйылғы Еңеү парадында беренсе тапҡыр  кавалерия  дивизияһы иҫтәлегенә,  гвардия дивизияһы генералы  Миңнеғәли Шайморатов рухына арнап яҡты «Барселона» ат спорты клубы ҡатнашты. Хәйер, аттарҙың һуғыш ваҡытында күрһәткән  батырлығы – үҙе бер тарих!

 Шулай уҡ  колоннала эттәр менән кинологтар ҙа именлек һағында торҙо. Дүрт аяҡлы  полиция хеҙмәткәрҙәре парад алдынан бөтә территорияны йөрөп тикшереп сыҡты.

Эттәрҙең һиҙгерлеге һәм тоғролоғо Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла кешеләрҙе күп бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарған. Ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа 70 меңгә яҡын эт һалдаттар менән бергә окоптарҙа көн иткән,  дошман техникаһын бомбаға тотоуҙа һәм шартлатҡыс эҙләүҙә тоғро ярҙамсы булған һәм бына әле лә улар кешеләрҙең иң яҡын терәге булып ҡала.  

Тантаналы  парадтан һуң, Ленин проспектында матур йолаға әүерелән еңел атлетика эстафетаһы үтте. Унда мәктәп уҡыусылары, колледждар, техникумдар һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, һәм шулай уҡ ҡала предприятиеларынан вәкилдәр алдынғылыҡ өсөн ярышты.

Һуғыш балалары, тыл хеҙмәтсәндәре, бәлки, танктарҙы, легендар “Катюша”ны 9 майҙа тәүгә күргәндер. Әммә улар күҙгә күренмәҫ дошман  аслыҡ, яланғаслыҡ менән алышҡан. Уларҙың да хәле еңел булмаған – ил күргәнде күргәндәр.

Был байрам, был тамаша, был парад халыҡ өсөн – кемдәр  фронтта булған, кемдәр еңеү өсөн йәнен аямаған, шулай уҡ, кемдәр тылда көрәшкән – Тыуған ил яҙмышы өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман халҡыбыҙ өсөн. Барыһы ла бер маҡсатҡа табан барған хеҙмәтсәндәр фронт өсөн тырышҡан, фронттағыларға аҙыҡ-түлек оҙатҡандар, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп ебәргәндәр, производстволарҙа техниканы йүнәткәндәр, үҙҙәре ас ҡалһа ҡалған, әммә бирешмәгәндәр.

Еңеү тантанаһы төнгә тиклем дауам итте. Ҡаланың  төрлө биҫтәләрендә байрам саралары гөрләп торҙо. Ҡала мәҙәниәт йорто, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда, Ю.Гагарин исемендәге паркта, һәм ҡаланың алыҫ биҫтәләрендә лә ҡалабыҙҙың ижади коллективтары концерт программалары менән сығыш яһаны.

Иҫ киткес тамашанан бар  халыҡ хайран ҡалды. Урамдар  халыҡтың шат тауыштарына күмелде, кискеһен салюттар атылды. Еңеү яҙҙарыбыҙ йыл да шулай ҡабатланып торһон, күгебеҙ аяҙ булһын, берүк илебеҙ имен булһын, донъялар тыныс торһон!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

С.КРАМСКОВ фотолары һәм асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Стәрлетамаҡта Еңеү парады
Автор:Роза Сафина
Читайте нас