Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Май 2023, 11:45

Украина яғына сығырға уйлаған

Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте  хеҙмәткәрҙәре Украина ҡораллы көстәре яғында һуғышырға йыйынған бер иргә ҡарата  рәсми иҫкәртеү иғлан иткән. Ауырғазы районында йәшәүсе енәйәтсене оператив-эҙләү саралары барышында асыҡлағандар.

Егерме йәшлек егет махсус хәрби операция зонаһында Рәсәйгә ҡаршы һуғышыу өсөн Украина ҡораллы көстәренә ҡушылырға уйлаған. Хәүефһеҙлек хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ул был ниәтен 2022 йылдың сентябренән планлаштырған. Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте  хеҙмәткәрҙәре, “дәүләткә хыянат итеү” статьяһы буйынса енәйәт эҙәрлекләүгә килтергән   был ғәмәлдәрҙең рөхсәт ителмәүен билдәләп,  рәсми иҫкәртеү иғлан иткән.

Р.ЗАМАНОВА.

Украина яғына сығырға уйлаған
Украина яғына сығырға уйлаған
Автор:Роза Сафина
Читайте нас