Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Май 2023, 12:50

Йәмәғәтселек биләмәләре көндән-киңерәк ҡолас йәйә бара

Күптән түгел Ҡала мәҙәниәт һарайында «Ҡала йәмәғәтселеге биләмәләре»тигән  муниципаль-ара граждандар форумы үтте.

Ошо айҡанлы төрлө майҙансыҡтар эшләне. Ҡала мәҙәниәт һарайы  алдында мәктәп балалары асфальттаа һүрәт төшөрҙө. «Ватан» хәрби-патриотик берләшмәһенең һәм «Яуап ҡайтарыу» (Отклик) ҡотҡарыу отрядының ҡорал һәм техника күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Ә Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары сараны музыкаль йәһәттән биҙәне.

 Беренсе ҡатта фойела йәш һәм өлкән һөнәрселәрҙең күргәҙмәһе урын алған булһа, икенсе ҡатта төрлө ойошмаларҙың, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгенең күргәзмәһе лә бар ине. Бында грант конкурстарындарында еңеүселәр ҙә үҙҙәренең проекттарын тәҡдим иткән. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ буларараҡ, минең иғтибарҙы күҙ яуын алырлыҡ биҙәүестәр йәлеп итте. Тик хаҡтары «аҡсаны сығарып ҡына бирерлек түгел ине»…Йәнәшәлә генә коммерция булмаған ойошмаларҙың ҙа  күргәҙмәләре  теҙелгәйне. Улар нисек аудитория табыу, ниндәй хеҙмәттәр алыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып барҙылар. Форум барышында Йәмәғәтселек палаталары вәкилдәре һәм муниципаль берәмектәрҙең Йәмәғәтселек советтары өсөн «түңәрәк өҫтәл» артында фекер алышыу ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлаштылар, көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы уртаға һалып һөйләштеләр, яҡын араға пландар ҡорҙолар.
Йәштәр өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. Уларҙа Венера Григорян, Вера Ротова, Екатерина Мензелинцева сығыш яһаны.

Ә пленар ултырышта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, БР Йәмәғәтселек палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, уның урынбаҫары Лида Исаргакова, Башҡортостан Башлығы Гранттары фондының генераль директоры Роман Низаметдинов ҡатнашты.
-  Стәрлетамаҡ – коммерция булмаған сектор ныҡ үҫешкән ҡала ул, - тине Рөстәм Фәрит улы сарала ҡатнашыуысылар алдындағы сығышында. -  Беҙҙә ҡалабыҙға ҡарата граждандар тарафынан илһөйәрлек тойғоһо бар. Һәм бөтә тармаҡтарҙа ла беренсе булыу теләге бар. Ошоларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡалабыҙҙың Йәмәғәтселек палатаһы мөһим роль уйнай. Беҙҙә власть органдары менән йәмәғәтселек араһында эш  бик яҡшы яйға һалынған. Беҙ коммерция булмаған ойошмаларҙың республика кимәлендәге форумдарында ла, Рәсәй кимәлендәге форумдарында ла йыш ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ коммерция булмаған ойошмаларҙың идеяларын һәм проекттарын хуплайбыҙ. Шулай Башҡортостанда беренселәрҙән булып хакимиәттә граждандар инициативалары сәғәттәре үткәрә башланыҡ. Бынан тыш Рөстәм Ғәзизов үткән йылдан башлап Стәрлетамаҡта хакимиәт башлығы гранты конкурсы булдырылыуын ҙа билдәләп  үтте. Әйткәндәй, 5 проект тормошҡа ашырылған да инде. Әле Рөстәм Фәрит улы конкурстың яңы миҙгеленә старт бирҙе. Сара һуңында йәштәр сәйәсәте буйынса БР Дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм БР Йәмәғәтселек палатаһының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Римма Ғәлимова.

Фотолар Йәмәғәтселек палатаһы сайтынан алынды.

 

 

Йәмәғәтселек биләмәләре көндән-киңерәк ҡолас йәйә бара
Йәмәғәтселек биләмәләре көндән-киңерәк ҡолас йәйә бара
Йәмәғәтселек биләмәләре көндән-киңерәк ҡолас йәйә бара
Автор:Римма Галимова
Читайте нас