

Хәрби формированиеға легендар генерал Таһир Күсимовтың исеме бирелә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Республика етәксеһе Башҡортостандың баш ҡалаһында батальонды оҙатыуҙы ойошторорға ҡушты. Батальон Совет майҙанынан юлға сыға.
Башинформ.