Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Май 2023, 04:45

Кендек ҡаным тамған ерем бар!

Республикала “Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы” дауам итә. Күпер төҙөү, мәсет  манараһын нығытыу менән бер рәттән, шул төбәктә йәшәгән кешеләргә терәк-таяныс булыу ҙа – изгелек ҡылыу ул! Ә бөгөнгө көндә ҡорал тотоп ил һағында торған яҡташтарыбыҙ ҙа бихисап.

Кендек ҡаным тамған ерем бар!Кендек ҡаным тамған ерем бар!
Кендек ҡаным тамған ерем бар!

Махсус хәрби операция башланған мәлдән яугирҙәрыбыҙға көн дә тиерлек ярҙам ебәреп торабыҙ. Халыҡ менән бер рәттән тотош ҙур компаниялар ҙа ҙур-ҙур ылауҙар ебәрә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә республиканың энергетика компанияһы һуғыштағыларға кәрәкле техника тапшырҙы. Осрашыу ҡаланың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү үҙәгендә булды.

Отпуск ялына ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ менән осрашырға компания вәкиле Риф Мортазин менән бергә ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров, үҙәк рәйесе Евгения Долгих, ҡала Советы депутаты, “Набат” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илдус Мәнәпов һәм ошо операцияла һәләк булған стәрлетамҡтарҙың яҡындарынан торған комитет ағзалары ла килгәйне.

Яугирҙар осрашыуға килгән етәкселәр менән ниндәй техникаға ҡытлыҡ бар, нимәһе артыҡ икәнлеге хаҡында ла, яҡташтарҙың дөйөм хәле тураһында ла фекер алышты.

– Был техниканы оҙаҡламай сираттағы гуманитар ылау менән ятҡаштарыбыҙға алып барасаҡбыҙ! – тип белдерҙе техниканы тапшырыу аҙағында Илдус Мәнәпов. Артур Ғафаров һәм Риф Мортазин, үҙ сиратында, егеттәргә уңыштар теләп ҡалды.

...Атайсал – ул кешенең кендек ҡаны тамған ер. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ҙа тыуған төйәгенән алыҫта булһалар ҙа, ғәмәлдә шулай уҡ кендек ҡаным тамған ерем бар, булһын тип алыша бит!

Кендек ҡаным тамған ерем бар!
Кендек ҡаным тамған ерем бар!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас