Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Май 2023, 07:55

Стәрлетамаҡ ҡала судына судья тәғәйенләнде

Стәрлетамаҡ ҡала судына  Зарина Усманова судья итеп тәғәйенләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путин 6 йыллыҡ мөҙҙәт менән  федераль судъяларҙы тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документтан күренеүенсә, Рәйлә Шәйҙуллина Башҡортостан Юғары суды рәйесе булды.

Илеш район судына рәйес итеп Айҙар Хәйруллин, Күмертау район-ара судына Фәрғәт Хәлитов тәғәйенләнде. Башҡортостан Юғары судына Галина Ғиндуллина, Ирина Маркелова  һәм Людмила Решетникова судья итеп ҡуйылды.

Стәрлетамаҡ ҡала судына  Зарина Усманова судья итеп тәғәйенләнде. Бәләбәй ҡала судына Хәйҙәр Әхмәтғәлин, Ҡырмыҫҡалы район-ара судына – Яна Итҡолова, Өфөнөң  Киров районына Эльвира Вәхитова һәм Ольга Лаврентьева судья итеп уйылды.

Р.ЗАМАНОВА.

Стәрлетамаҡ ҡала судына судья тәғәйенләнде
Стәрлетамаҡ ҡала судына судья тәғәйенләнде
Автор:Роза Сафина
Читайте нас