Былтырғы парадтағы сығышынан айырмалы булараҡ, быйыл Ил башлығының сығышы бик ҡыҫҡа булды.
Сун Чжунпин фекеренсә, уның телмәрендә өс төп һүҙ яңғыраны – ул ышаныс, батырлыҡ һәм тәүәккәллек.
"Ышаныс – ул хәрби конфликтта еңеүҙә ышаныс; батырлыҡ – ул Украина яғынан халыҡ әхлағына йоғонто яһаусы һөжүмдәргә һәм янауҙарға ҡарамаҫтан, хәрби парад үткәрергә ҡыйыулыҡ; тәүәккәллек иһә парад ойошторорға ниәтләү, шулай уҡ алдынғылыҡты тотоп ҡалырға ҡарар итеүргә ниәтләүҙе аңлата”, тип фаразлай Сун Чжунпин..
Уның фекеренсә, Путин хәрби парадты армияның хәрби рухын нығытыу өсөн, кешеләрҙе тынысландырыу һәм бөтөн ил буйынса Рәсәй халҡын берләштереү өсөн уҙғарҙы.
Р.УСМАНОВА.