Стәрлетамаҡта 2023 йылда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 16 светофор яңыртыласаҡ. Яҡын арала Ильич һәм Баҫыу урамдары киҫелешендә йәнә 4 светофорҙы яңыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ Артем һәм Ибраһимов, Вокзал һәм Ноғоманов урамдары киҫешкән ерҙә8 светофорға реконструкция үткәреләсәк.
«Светофорҙарҙы яңыртыу – ул «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты мәсьәләләренең береһе.
Хәүефһеҙлек юл инфраструктураһы объекттарының өҙлөкһөҙ эшләүенән тора бит», - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Светофорҙарҙы ҡуйыу һәм тергеҙеү буйынса эштәр 2023 йылдың 30 июненә тамамланырға тейеш тип планлаштырыла.