Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Май 2023, 05:40

Запастағы граждандарҙы хәрби сборҙарға саҡырыу тураһында

Рәсәй Президенты Владимир  10 майҙа  запастағы граждандарҙы йыл һайын үткәрелә торған хәрби сборҙарға саҡырыу тураһында указ сығарҙы.

 «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә һәм РФ  субъекттарының башҡарма власть органдарына

Рәсәй Федерацияһының запастағы граждандарын хәрби сборҙар үтеү һәм был сборҙарҙы үткәреү өсөн саҡырыуға бәйле саралар үтәлешен тәьмин итергә», - тиелә указда.

Документ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән алып көсөнә ингән. Ул һуңғы йылдарҙа сыҡҡан указдарға оҡшаш.

 

Армияға саҡырыу

 2023 йылда Рәсәйҙә запастағы хәрбиҙәр өсөн планлы рәүештә хәрби сборҙар үтәсәк. Сборҙарҙы башлау ваҡыты әлегә билдәләнмәгән.

Р.УСМАНОВА.

Запастағы  граждандарҙы хәрби сборҙарға саҡырыу тураһында
Запастағы граждандарҙы хәрби сборҙарға саҡырыу тураһында
Автор:Роза Сафина
Читайте нас