Был көндө алты пар (ғаилә) тантана итте: Петр Иванович менән Татьяна Николаевна Ключник, Николай Герасимович менән Екатерина Александровна Гавриловтар; Ринат Кинйәмырҙа улы менән Сәкинә Ғабдулла ҡыҙы Байрамғоловтар; Кирам Муллағәли улы һәм Рәүилә Ғәлләм ҡыҙы Хужағәлиевтар; Анатолий Гаврилович һәм Ольга Александровна Семеновтар; Радик Ғаяз улы һәм Зәлиә Ғәзиз ҡыҙы Зәйнетдиновтар.
Әлбиттә, был бәхетле парҙарҙың һәр ҡайһының яҙмышы үҙенсә матур һәм үҙенсә бәхетле. Ғүмер миҙгелдәренә ҡараш ташлап, бынан ярты быуат элек ҡауышҡан ошо ғаиләләрҙең тормоштарына ҡыҫҡаса ғына булһа ла күҙ һалып үтәйек.
Петр Иванович Минск өлкәһендә тыуып үҫкән. Гродно педагогия институтын тамамлағандан һуң йүнәлтмә менән Стәрлетамаҡҡа ебәрелә. Педагогия институтының баскетбол секцияһында тренер була. Буласаҡ тормош юлдашын ул ошонда осрата – вуз студенты Татьяна ла ошо уҡ секцияла шөғөлләнгән була. Бер-береһен тәү ҡараштан оҡшатҡан йәштәр көслө баскетбол командаһы ойоштора, ә 1973 йылда өйләнешәләр. Петр Иванович ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен педагогия институтына арнай. Әйткәндәй, беҙ студент саҡта уның йәш белгес булараҡ эшләй башлаған йылдары ине. Артабан ул оҙаҡ йылдар физик культура кафедраһын етәкләне. Татьяна Александровна иһә 11-се мәктәптә завуч булып эшләгән.
Николай Герасимович менән Екатерина Александровнаны яҙмыш автобуста осраштыра. Николай Покровканан Стәрлетамаҡҡа Төҙөлөш материалдары заводына эшкә китеп барғанда аҡ бүрек кейгән ҡыҙҙы күреп телһеҙ ҡала. Катя Салауаттан Стәрлегә мунса-кер йыуыу тресынан (секретарь булып эшләй) эштән ҡайтып барған була. Егет шул көндө үк ҡыҙҙы киноға саҡыра.
Ринат Кинйәмырҙа улы Сәкинә Ғабдулла ҡыҙы менән Химиктар һарайында Рамазан Йәнбәковтың концертында таныша. Ринат легендар “Стәрлетамаҡстрой” тресында эш башлай, трест ябылғас, эшен “СК” заводында дауам итә. Ҡатыны Сәкинә Икмәк комбинатында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бик күп тапҡырҙар маҡтау ҡағыҙҙары һәм юғары наградаларға лайыҡ була. Коммунистик хеҙмәт ударнигы була. Улар йәшлек хәтирәләрен йыш ҡына иҫкә төшөрөп, концерттарға, спектаклдәргә йөрөүен дауам итә.
Кирам Муллағәли улы менән Рәүилә Ғәлләм ҡыҙы Хужағәлиевтар Үзбәкстандың Ангрен ҡалаһында танышып ҡауыша. Йәш ғаилә унда бер аҙ йәшәгәндән һуң, тыуған яҡҡа – Башҡортостанға күсенеп ҡайта.
Анатолий Гаврилович һәм Ольга Александровна Семеновтар күрше генә ауылдарҙан була. Ауылдарында урта мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ ҡалаға эшкә китә, ә егет армияла хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, өйләнешеп донъя көтәләр. Ире ВНЗМ-1 предприятиеһында слесарь-монтажсы була, ҡатыны Күн заводында, аҙаҡ Ленин заводында эшләп хаҡлы ялға сыға.
Радик Ғаяз улы һәм Зәлиә Ғәзиз ҡыҙы Зәйнетдиновтар Стәрлетамаҡтағы 21-се һәм 48-се һөнәрселек училищеһында уҡыған саҡта (элек студенттарҙы колхозға ярҙамға ебәрәләр ине) Ейәнсура районы колхоз баҫыуында таныша.
Бына шундай йәшлек дәрте бөркөлөп торған, мөхәббәтле парҙар, ҡулға-ҡул тотоношоп, илле йыл бергә тормош һуҡмағынан атлаған. Инде сәстәренә сал ҡунһа ла, бөгөн дә күңелдәре йәш уларҙың. Уларҙың һәр ҡайһыһы ғәзиз ҡалабыҙға хеҙмәт итеп, эштәре лайыҡлы баһаланған. Маҡтау ҡағыҙҙары, наградалар, маҡтаулы исемдәр алғандар. Аҡыллы, эшһөйәр балалар үҫтергәндәр. Ҡалабыҙҙың йөҙөн бына шундай дан ғаиләләр билдәләй ҙә инде. Алтын ҡалабыҙ тап шундай алтын, аҫыл ғаиләләре менән бай һәм матур!
Роза САФИНА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.