Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Мая 2023, 06:15

«Атайсал» проектына өлөш индергәндәре өсөн

Стәрлетамаҡтан ҡалабыҙға ярҙам иткән  бер төркөм булдыҡлы эшҡыуарҙар Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Уларҙың барыһы ла “Атайсал – кесе ватаным” проектын тормошҡа  ашырыуға үҙ өлөшөн индерҙе.

Бына улар:
1. Ануфриев Владимир Борисович, «Башҡорт сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр менән идара итеү буйынса директоры;
2. Балмасов Сергей Иванович, «Афғанстан ветерандары Рәсәй союзы»ның Стәрлетамаҡ бүлексәһе дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе;
3. Харрасов Руслан Шәфҡит улы, шәхси эшҡыуар, Чечен Республикаһындағы ҡораллы  конфликтта ҡатнашыусылар  союзының Стәрлетамаҡтағы «Набат»  йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы;
4. Чернов Геннадий Иванович, шәхси эшҡыуар;
5. Яппаров Салауат Миҙхәт улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Мөхәммәтсәлим» мосолман дини ойошмаһы рәйесе, эшҡыуар.

“Стәрлетамаҡ үҫешенә һәм уны матурлауға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм!”, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм ҒӘЗИЗОВ.


«Атайсал» проектында ҡатнашырға теләүселәр өсөн барлыҡ актуаль мәғлүмәттәр – ВКонтакте»  https://vk.com/ataysalrb рәсми төркөмөндә һәм https://t.me/ataysalrb телеграм-каналында.

Р.ЗАМАНОВА.

 

«Атайсал» проектына өлөш индергәндәре өсөн
«Атайсал» проектына өлөш индергәндәре өсөн
«Атайсал» проектына өлөш индергәндәре өсөн
«Атайсал» проектына өлөш индергәндәре өсөн
«Атайсал» проектына өлөш индергәндәре өсөн
Автор:Роза Сафина
Читайте нас