«Рейтинг» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы тикшеренеүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда Башҡортостан юлдарҙың сифаты буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урын алды. Тикшеренеүҙән күренеүенсә, юлдарҙың 62 проценты нормативтарға тап килә. Ҡағиҙә булараҡ, федераль трассаларҙың һәм төп республика магистралдәренең торошо һорауҙар тыуҙырмай. Уларҙың сифатын йыш ҡына беҙҙең төбәккә килеүсе ҡунаҡтар билдәләй.
Миҫал өсөн, Силәбе өлкәһенән үҙҙәренең «Туристы на всю голову» тип аталған блогын алып барыусы бер ғаилә Белорет районынан үткәндә юлдарҙың торошон яҡшы тип билдәләгән.
Шулай уҡ, «ДорИнфо» Петербург журналистары һәм РФ Транспорт министрлығы менән берлектә ойошторолған Бөтә Рәсәй автоуҙышында ҡатнашыусылар ҙа Башҡортостандағы «Волга» М-7 трассаһы буйлап сәйәхәт иткәндән һуң асфальттың тейешле сифатын билдәләгән.
Әммә федераль трассаларҙан һәм төп республика транспорт артерияларынан тыш, төбәк һәм муниципаль-ара юлдар ҙа бар бит әле. Ҡағиҙә булараҡ, тап уларҙың торошо йыш ҡына халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра ла инде.
Был мәсьәлә байтаҡ ваҡыт бер нисек тә хәл ителмәй килде, әммә һуңғы йылдарҙа өҫтөнлөклө мәсьәләләр рәтенә инде. Хөкүмәттә ай һайын уҙғарылған кәңәшмәләрҙә көн тәртибендә пассажирҙар ташыу өлкәһе реформаһы һәм юлдарҙың торошона ҡағылышлы мәсьәләләр ҡарала.
"Транспорт сәғәте"н беҙ ай һайын үткәреп торасаҡбыҙ, ҙур мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡбыҙ һәм эш пландарын билдәләйәсәкбеҙ, – тип белдергәйне 2018 йылда Радий Хәбиров. – Беҙҙең территория ҙур. Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһында автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса икенсе урында тороусы төбәк. Шуға транспорт һәм юл инфраструктураһы мәсьәләләре беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә».
Республика менән идара итеү үҙәгенең «Инцидент менеджмент» системаһына юл темаһы буйынса көн дә ялыуҙар килеп тора. Мәҫәлән, үткән аҙнала 542 заявка теркәлгән.
Тап ана шул килгән ялыуҙарға анализ яһағандан һуң республика программаһын башларға ҡарар ителә лә инде. Был башланғыс хаҡында Радий Хәбиров 2022 йыл аҙағында дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында һөйләгәйне.
«Республика хөкүмәтенә урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын төҙөүгә, реконструкциялауға һәм капиталь ремонтлауға өҫтәмә рәүештә 4 млрд һум бүлергә ҡушам. Шул иҫәптән һәр муниципаль районға юл түшәүгә 10-ар млн һум, - тигәйне Башҡортостан Башлығы.
Һуңғы ваҡытта сәйәсәттә һәм иҡтисадта ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, яңы предприятиелар һәм производстволар асыуға аҡса һалыу кеүек мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә, Башҡортостанда тиҫтәләрсә йылдар буйы ремонт күрмәгән юлдарҙы йүнәтеүгә 4 млрд һум аҡса бүлеүгә мөмкинселек тапҡандар.
Әйткәндәй, егерме йылдан ашыу ремонт яһалмаған 16 км оҙонлоҡтағы Стәрлетамаҡ – Раевка автоюлы участкаһын ремонтлау өсөн дә 343 млн һум бүләсәктәр.
Быйыл республиканың 16 муниципаль берәмегендә йәмғеһе 181 км оҙонлоҡтағы автоюл, шул иҫәптән асфальт-бетон менән ҡапланған 116 км һәм ҡырсынташ менән ҡапланған 65 км ремонтланасаҡ һәм реконструкцияланасаҡ.
Яңы республика программаһы буйынса планлаштырылған эштәр быйыл октябрь айына тамамланырға тейеш.
Роза САФИНА.