Хәҙер финалсыларҙың материалдарын «Медиалогия» мониторинг системаһы ярҙамында тикшерәләр. Бынан һуң эштәрҙе жюри баһалай һәм һәр номинацияла конкурс еңеүселәрен билдәләй. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә була.
Быйыл конкурсҡа бөтәһе 158 киң мәғлүмәт сараһынан, социаль селтәрҙәрҙәге авторҙарҙан һәм пабликтарҙан 276 ғариза килгән. Ҡатнашыусылар араһында – тотош илебеҙҙән медиа һәм журналистар. Рәсәйҙең 22 ҡалаһынан авторҙарҙың 34 материалы финалда.
«Башинформ» агентлығы «Ярҙам – изге эштәр ваҡыты» проектын 2022 йылдың сентябрендә башлап ебәргәйне. Журналистар изге ғәмәлдәр ҡылған яҡташтарыбыҙ менән таныштыра.
Проектты «Башинформ» агентлығы Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында республиканың «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте» ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашыра.
Башинформ.